Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
15 Февраль 2023, 16:10

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә саңғы ярышы

Балалар, тик тормайбыҙ, өшөмәҫ өсөн хәрәкәт итегеҙ! Арина, һин ни эшләп йоҡа кейендең? Инвентарҙы һаҡлағыҙ! Бында тоҙ, ҡырсын бар, саҡ ҡына саңғы табаны сыйылһа ла, шыуыу тиҙлеге кәмей! “Һаулыҡ” саңғы базаһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Николай Антошкин яҡты иҫтәлегенә  11-се тапҡыр уҙасаҡ ярышҡа ауылдарҙан, ҡала мәктәптәренән 250-нән ашыу саңғысы килде. Ярыш уҙасаҡ майҙан шау-гөр килә,  балаларға тренерҙар тәрбиәләнеүселәргә өгөт-нәсихәтен еткерә.  

 

  • Балалар, тик тормайбыҙ, өшөмәҫ өсөн хәрәкәт итегеҙ! Арина, һин ни эшләп йоҡа кейендең?
  • Инвентарҙы һаҡлағыҙ! Бында тоҙ, ҡырсын бар, саҡ ҡына саңғы табаны сыйылһа ла, шыуыу тиҙлеге кәмей!

“Һаулыҡ” саңғы базаһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Николай Антошкин яҡты иҫтәлегенә  11-се тапҡыр уҙасаҡ ярышҡа ауылдарҙан, ҡала мәктәптәренән 250-нән ашыу саңғысы килде. Ярыш уҙасаҡ майҙан шау-гөр килә,  балаларға тренерҙар тәрбиәләнеүселәргә өгөт-нәсихәтен еткерә.  4-се мәктәп уҡытыусыһы, 45 йыл стажлы тренер Радик Байгилдин менән бер аҙ әңгәмәләшергә форсат тейҙе. “Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҡалабыҙҙа төрлө конкурс, ярыштар күп уҙғарыла. Бындай саралар йәштәргә илһөйәрлек һәм спорт тәрбиәһе биреүҙә ҙур роль уйнай.

Тәрбиәләнеүселәрем саңғы спорты төрөнә ныҡ яуаплы ҡарай. Көнөнә 20 километр арауыҡты уҙыу уларға бер ни түгел”, - ти һөнәренә башкөллө ғашиҡ тренер. Миҫалға, Ислам Кускилдин Мәскәүҙә саңғы ярышы буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабында алдынғылыҡты бирмәгән. “Ошо көндәрҙә был сараның икенсе этабына барырға йыйнабыҙ”, - ти ул. Йәш саңғысының олатаһы Сәфәр Миңлебай улы ла бар йәһәттән ярҙам күрһәтә, сөнки инвентарь хаҡы ғына  100 меңдән ашыу хаҡҡа баҫҡан.

Һауа торошоноң йылы  тороуы, арҙың саңғыға йәбешеүе лә спортсыларға ҡамасаулыҡ итмәне. Ҡышҡы спорт төрөн яратыусылар барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, яҡшы һөҙөмтәгә ынтылды. Төрлө йәш категорияһында Артур Имашев, Альбина Арыҫланова, Алмаз Рәхимов,  Арина Журавлева, Динә Әхмәҙуллина, Виктор Смирнов, Рәшит Сангишевҡа етеүсе булманы. 2-се урынды Ислам Кускилдин, Диана Дәүләтбирҙина, Дима Алонцев, Элина Арыҫланова, Жанара Жубатова бүлеште. Өсөнсө булып финишҡа Юдин Никита, Гөлназ Хәлитова, Данил Хөсәйенов, Яна Шәкирова, Рәлиә Йомағолова, Вадим Комиссаров килде. Дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса 4-се мәктәп спортсылары  - 1-се урында. 1-се мәктәп менән 3-сө гимназия 2-се, 3-сө урынды бүлеште.

Сара аҙағында 45 йыл ғүмерен физик культураға арнаған, үҙ эшенә ғашиҡ булған яҡташыбыҙ Николай Ивановичтың яҡты иҫтәлегенә  бағышланған турнир призерҙарына миҙал, күсмә кубок тапшырылды.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: