Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
21 Февраль 2023, 14:55

Алыш бармы, атыш бармы?

Республика эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрҙең физик әҙерлеген күҙәтеү аҫтында тота, һөнәри спортсылар әҙерләү, командалар туплау эшен уңышлы башҡара. Кисә Көйөргәҙе, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Мәләүез, Салауат, Күмертау ҡалаларының хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре  араһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Мәләүез районы буйынса бүлегендә спорт ярыштары  үткәрелде.  Сараның төп маҡсаты булып шәхси составтың хәрби әҙерлек кимәлен күтәреү, спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында республиканың йыйылма командаһына иң лайыҡлы кандидаттарҙы билдәләү торҙо. Ҡаланың “Һаулыҡ” саңғы базаһында ҡала-райондарҙан килгән ҡатын-ҡыҙҙар - 5, ир-егеттәр 15 километрға саңғыла уҙышты, һуңынан хәрби ҡоралдан атыу буйынса мәргәнлектә көс һынашты. Һөҙөмтәлә дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса мәләүездәр икенсе урынды яуланы. Шәхси беренселектә полиция майоры Алик Хабиев,  өлкән лейтенан Иван Михайлов, лейтенант Регина Абдуллина һәм сержант Петр Дрыгин 3-сө урынды ҡулдан ысҡындырмағаны, улар Өфөлә уҙасаҡ республика чемпионатына барасаҡ.

Республика эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрҙең физик әҙерлеген күҙәтеү аҫтында тота, һөнәри спортсылар әҙерләү, командалар туплау эшен уңышлы башҡара.

Кисә Көйөргәҙе, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Мәләүез, Салауат, Күмертау ҡалаларының хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре  араһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Мәләүез районы буйынса бүлегендә спорт ярыштары  үткәрелде.  Сараның төп маҡсаты булып шәхси составтың хәрби әҙерлек кимәлен күтәреү, спорт төрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында республиканың йыйылма командаһына иң лайыҡлы кандидаттарҙы билдәләү торҙо.

Ҡаланың “Һаулыҡ” саңғы базаһында ҡала-райондарҙан килгән ҡатын-ҡыҙҙар - 5, ир-егеттәр 15 километрға саңғыла уҙышты, һуңынан хәрби ҡоралдан атыу буйынса мәргәнлектә көс һынашты. Һөҙөмтәлә дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса мәләүездәр икенсе урынды яуланы. Шәхси беренселектә полиция майоры Алик Хабиев,  өлкән лейтенан Иван Михайлов, лейтенант Регина Абдуллина һәм сержант Петр Дрыгин 3-сө урынды ҡулдан ысҡындырмағаны, улар Өфөлә уҙасаҡ республика чемпионатына барасаҡ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: