ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
6 Март 2023, 15:10

Афарин, Ислам, афарин, Радик Ришат улы!

Мәскәү өлкәһендә терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған спортсылар араһында саңғы уҙыштары буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабы уҙҙы. Был ярыштың ике тапҡыр чемпионы исемен Ислам Күскилдин (тренеры Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәп уҡытыусыһы Радик Байгилдин) яуланы.

Октябрьский ҡалаһында биатлон буйынса республика чемпионаты үтте. Ике ут рубежы менән спринт ярышында, бер тапҡыр яҙа атып һәм ни бары 2 секундҡа ғына отолоп, 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең  уҡыусыһы Арина Журавлева 3-сө урынды алды. Дөйөм старттың икенсе көнөндә Арина республиканың иң көслө алты биатлонсыһы иҫәбенә инде. Аринаны һәм уның тренеры Радик Байгилдинды лайыҡлы һөҙөмтә менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: