Ҡайным Абдрафиҡ Рәжәп улы (уның атаһы Мәхмүт) Мәләүез районы Кәшәле ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. 16 йәшендә йәтим ҡалғас, яҡындары тиҙҙән өйләндергән. Ҡатыны, Миңлегөлсөм исемле ҡыҙын ҡалдырып, иртә вафат була. Икенсегә Кинйәбайҙан Миңлеямалды ала. Уларҙың Рәйсә, Әнисә, Әмир, Линир исемле балалары, һуғыштан һуң Хәҙисә тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайҙы 1942 йылдың ғинуарында фронтҡа алалар. Һуғыш бөткәнсе, уҡсы булып хеҙмәт итә. Өс тапҡыр яралана. “Сталинград янында еңгән өсөн”, “Волхово фронты ветераны – Ленинград өсөн алышта ҡатнашҡан” билдәләре, миҙалдары күп. Ошолар ғына ла фронтта батырҙарса алышҡаны тураһында һөйләй.
Һуғыш бөткәс, атай август айында ҡайтып инә, Кәшәлегә түгел, ә Кинйәбай ауылына (хәҙер ул һыу аҫтында). Әсәй балиғ булмаған биш балаһы менән шунда күсенгән була. Йортон һүтеп, бүрәнәләрен Нөгөш йылғаһында ағыҙып алып сыҡҡан. Ҡыҫҡа ваҡытта өйөн дә һалып инә.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ҡайным колхозда рәйес вазифаһын биләй. Мин килен булып төшкәндә (1965 йыл) атай шундай мөһабәт, аяғында ныҡ баҫып торған, көслө кеше булып күренде. Бик талапсан, ғәҙел, уҫаллашмай ғына иҫкәрмә яһар ине. Утыҙ өс йыл аралашып, татыу йәшәнек. Барыһы ла тырыш, егәрле булды. Атай 80 йәшендә лә Юрмашҡа бесәнгә мотоцикл менән менер, умарта ҡарап, утыҙ-ҡырҡлап фляга бал һатыр ине.
Улар барыһы ла аралашыусан, телгә оҫта, шаян булдылар. Үпкәләү, хөсөтлөк хас түгел ине береһенә лә. Рәйсә апай - колхозда, Әнисә апай - медсестра, Әмир, Мәскәүҙә институт тамамлап, Салауат комбинатында етәксе урындарҙа эшләне. Линир водитель булды, Хәҙисә институттан һуң Көйөргәҙе районында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары дәрәжәһенә күтәрелде.
Атай 82 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте, әсәй 89 йәшкә етте. Хәҙер ғаиләнән өсәү - Миңлегөлсөм, Линир менән - Хәҙисә ҡалды. Линир - Салауатта, Хәҙисә - Күмертауҙа, Миңлегөлсөм апай олоғайҙы - балаларында йәшәй, Хәҙисә ауылдағы төп йортто ҡарап тәрбиәләп, йәй шунда көн күрә.
Зәйтүнә Көҫәпова (Ильясова). Фотолар ғаилә архивынан.