Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
11 Июль 2019, 15:54

Геройҙың тере һынын тағы күргәндәй булдым

Советтар Союзы Герой Саҙиҡ Уйылдан улы Сайранов ауылдашым булһа ла (Йомағужа районының Һыртлан ауылында тыуған), уны бары бала сағымда ғына, унда ла яҙа-йоҙа бер генә тапҡыр күреп ҡалдым. Минең, әле мәктәп ишеген асып инергә лә өлгөрмәгән ҡыҙыҡайҙың, хәтеренә ул ҡалын ҡашлы, үткер, әммә һөйкөмлө ҡарашлы ир уҙаманы булып уйылды.

Алтын йондоҙло ауылдашым
Советтар Союзы Герой Саҙиҡ Уйылдан улы Сайранов ауылдашым булһа ла (Йомағужа районының Һыртлан ауылында тыуған), уны бары бала сағымда ғына, унда ла яҙа-йоҙа бер генә тапҡыр күреп ҡалдым. Минең, әле мәктәп ишеген асып инергә лә өлгөрмәгән ҡыҙыҡайҙың, хәтеренә ул ҡалын ҡашлы, үткер, әммә һөйкөмлө ҡарашлы ир уҙаманы булып уйылды. Яуырынындағы ялт-йолт итеп торған һары погонында ике йондоҙ балҡый, билен яҫы ҡайыш менән һыға быуған. Шуныһын да онотмағанмын: өр-яңы гимнастёркаһына уңлы-һуллы тағылған орден-миҙалдарынан тыш, балҡып торған һап-һары миҙал һәм уның менән йәнәш Ленин бабай төшөрөлгәне бүтәндәренән айырылыбыраҡ тора ине (аҙаҡ ҡына белдем, һап-һары тигәнем - алтын миҙал, Ленинлыһы орден булған икән). Ул ағайҙы күреү менән мин үҙемсә уй төйнәй һалғайным: «Атайым менән ауылдан бер мәлдә киткәс, һуғышта ла, моғайын, бергә булғандарҙыр. Атайым ниңә тороп ҡалды икән? Уны ҡасан ҡайтаралар? Һорайым әле Саҙиҡ ағайҙан». Тик, геройҙы күрергә тип, халыҡ күп йыйылғанлыҡтан, минең ише ыбыр-сыбырға уның янына барырлыҡ түгел ине. «Ярар, аулаҡтараҡ күрермен әле», - тип үҙемде йыуатып торорға тура килде. Әммә ундай форсат сыҡманы. Ни өсөн тигәндә, герой ағай ауылда күренмәҫ булды. Аҙаҡ белеүемсә, Саҙиҡ ағай Ишембайға киткән дә йәшәргә шунда ҡалған...
Ҡара төндә яҡты ут сатҡыһы
Йылдар үтте. Ул Ишембай тигәненә әленән-әле юлым төшөп торҙо. Ауылдаш ағайҙы күреп, атайым хаҡында бала сағымда әҙерләгән һорауҙарымды ла биргем килә. Әммә йәшлек бәләһе: уның янына барырға тартынам... Бер саҡ, баҙнатһыҙлығымды еңеп: «Ишембайға тағы юл төшһә, Саҙиҡ ағайҙы мотлаҡ эҙләп табасаҡмын», - тип үтә ҡәтғи ҡарарға килеүен килдем. Тик осрашырға өлгөрмәнем, Саҙиҡ ағайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүен ишеттем. Осрашыу хаҡында йылдар буйы һаҡлаған хыялдарым бөтөнләй һүнде... Шулай ауыр уйҙар уртаһында ҡалған сағымда, гүйә, дөм ҡара төндә бер ут сатҡыһы күрҙем. Бәй, шатлығын да, ҡайғыһын да ағай менән бергә кисергән еңгәй иҫән дә баһа. Исмаһам, уны күреп булһа ла, ниңә ағай тураһындағы иҫтәлектәрен тыңламаҫҡа?
Серле төргәк
Ишембайға сираттағы сәфәрем ваҡытында туп-тура Сайрановтар фатирына юл тоттом. Бәхетемә күрә, еңгәй, Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы Сайранова, өйҙә булып сыҡты.
Һөйләшеп ултыра торғас:
- Саҙиҡ ағай иҫән ваҡытта уҡ һеҙгә нисә тапҡыр килергә ниәтләнһәм дә, инеп сығырға форсат тапманым, атайымды һорашырмын, һуғышта башынан үткәндәрен яҙып алырмын, тип уйлағайным, - тиеүемә Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы:
- Байгилде ағайҙы ул йыш телгә ала торғайны. Һөйләгәне һуғышҡа тиклемге дәүергә ҡағыла ине. Уны яу ҡырында күрмәгәндер, - тине лә алдыма бер төргәк килтереп һалды.
- Был ниндәй серле төргәк ул? - тип аптырап киттем.
- Ағайыңдың архивы, - тине еңгәй һәм Саҙиҡ ағайҙың Ватан һуғышына тиклемге тормошо хаҡында һөйләп алды.
- Ауылдашым тәүҙә Алыҫ Көнсығышта Халхин-гол янында япондар менән һуғышҡан. Япондарға ҡаршы һуғышта алған тәжрибәһен нисек оҫта ҡулланыуы хаҡында бәйән итеп, еңгәй уның Белоруссиялағы ҡаһарманлығын хәтеренә төшөрҙө:
- Хәйер, иҫән сағында ағайың был турала хәтирәһен яҙып ҡуйғайны. Бына был төргәктә шул яҙмаһын һаҡлайым, - тип “архив”ты асып ҡарарға рөхсәт итте.
Башҡорт егетенең Белоруссиялағы ҡаһарманлығы
Бына ул яҙма. Мин уны һүҙмә-һүҙ килтерәм: “Был хәл Белоруссияла булды. Неман йылғаһы. Ул - Көнсығыш Пруссияға табан барыусы юлды быуып тороусы берҙән-бер ҙур тәбиғи ҡаршылыҡ. Беҙҙең рота фашистарҙың йылға аша сығыу ниәтенән ныҡлы әҙерлек алып барған урынына яҡынлаша. Һаҡ ҡына барабыҙ. Алдыбыҙҙа бик үк бейек булмаған тау пәйҙә булды. Уның түбәһенән Неман асыҡ ҡына күренде. Аръяҡта, беҙҙең ҡаршыла ғына - хутор. Тирә-яҡ тып-тын. Был яҡ ярҙа - кәмә. Әммә яр буйы күренмәй. Уны тау ышыҡлай. Ротаны ҡалдырып, дозорныйҙар менән бергә тауҙың түбәһенә тиклем шыуыштым. Ни күрәм - немецтар! Бер...ике... Юҡ, өс роталай бар. Хутор тулы немец. Бөтә ҡоралдарын ташлап, һал бәйләйҙәр. Танкылары, орудиелары - өй ышығында. Уларҙы һалам менән ҡаплағандар. Ҡул пулеметтарын таған итеп һөйәгәндәр, автоматтары - арҡаларында.
- Беҙҙе көтмәгәндәр.
- Дошман тиҙерәк йылға аша сығырға самалай.
- Ҡасып ҡотолмаҡ була!
Шулай тиештек тә, ротаға боролоп, күргәнебеҙҙе һөйләп бирҙем. Тиҙ генә донесение яҙа һалып, связнойҙы полк командирына оҙаттым.
Нишләргә? Бер генә рота менән өс ротаға ҡаршы тороп булырмы? Булырға тейеш! Улар беҙҙекеләрҙе был яҡтан көтмәй. Форсатты файҙаланып ҡалырға кәрәк.
Полк командиры Титовтан разведка яһарға, артабан урындағы хәлгә ҡарап, алға барырға бойороҡ алынды. Тик был дуғаны һындырғансы бөгөү менән бер булмаҫмы? Хәйер, уйға батып, икеләнеп торорға форсат юҡ. Взвод командирҙарын йыйып алдым. Улар менән һөйләшкәндән һуң:
- Кисеү тәңгәленән һөжүм итергә! - тип приказ бирҙем.
Рота шым ғына аҫҡа, уйһыуыраҡ урынға төштө. Ағастар араһынан боҫа-боҫа хуторға яҡын уҡ килеп еттек. Килеп еттек тә:
- Ура! Ура-а! - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра немецтар өҫтөнә ябырылдыҡ. Йөҙгә-йөҙ килеп, прикладтар селпәрәмә килгәнсе алыш китте. Баҡсаға ҡасҡан, һыуға һикергән фашистарҙы ҡырып бөткәнсе һуғышты гвардеецтар.
Хутор өсөн һуғыш ни бары егерме минут барҙы. Тиңһеҙ алышта ҡандары ҡыҙған яугирҙарымды туҡтатып алыр әмәл юҡ.
- Артабан нишләргә? - тип бер урында сыҙап торалмайҙар. Уларҙың рухының күтәренкелеген иҫәпкә алып:
- Рота! Алға! Неманды аша сығырға! - тип фарман биреүем булды, взводтар бер-бер артлы йылғаға төшөп тә китте. Немецтар әҙерләгән һал да, бүрәнәләр ҙә, таҡталар ҙа эшкә ярап ҡалды. Кем кәшмәк, һалға өлгөрмәгән, тегеһенә лә, быныһына ла йәбешеп, батмау сараһы тапты. Воропаев тигән Себер егете, ҡайҙандыр шифоньер табып алып, шуға ултырып йөҙә. Һалдаттар көлә:
- Эй, эй, Степа, арт һаныңдан һыу инмәйме? - тип шаярталар.
- Көлмә! Үҙеңдеке еүешләнмәһен!
Шундай юҡ ҡына нәмә лә уларҙың күңелен күтәреүе мине лә шатландыра. Уйын-көлкө күпкә барманы. Ни өсөн тиһәң, ҡаршы яҡ ярҙан йәҙрәләр һыҙғырыша, һалдаттарым эргәһенә төшкән снарядтар тулҡын уйната башланы. Артҡа ҡарайым - полк күренмәй. Кире уйларға мөмкин түгел. Алға, тик алға ғына.
Неман һиңә Ағиҙел түгел. Ағышы шәп. Беҙ бар хәлебеҙсә йөҙәбеҙ.
Шул саҡ әллә ҡайҙан немец самолёттары килеп сыҡты. Килеп тә сыҡтылар, бомба һелтәй ҙә башланылар. Бер бомба минең кәшмәккә килеп төшөүе булды, мин әллә ҡайҙа осоп барып төштөм. Барып та төштөм, һыу төбөнә китеп тә барҙым. Аяҡты тибеп ебәреп, ҡалҡып сығам да тағы батам... Билдәге ике граната, арҡалағы автомат, эсенә һыу тулған итек - бөтәһе лә Әжәл яғына тарта... Шуларҙан әкренләп ҡотолдом да бата-сума йөҙөп киттем. Әлдә тыуған ауылым - Һыртланым Ағиҙел ярында ғына. Малай саҡта тиңдәштәр менән ярыша-ярыша йөҙөүҙәрҙән алған күнекмәм ярҙам итте. Арғы ярға имен-аман барып етелде. Аяҡ аҫтында ҡоро ер икәнен тойғас ҡына, бер үлемдән ҡотолоуыма ышандым.
Үлемдән ҡотолдом тип, үҙең менән мауығырға форсат юҡ. Ярҙан да, хутор яғынан да немец туҡтауһыҙ ата. Баш осонан ғына свастикалы ҡоҙҡондар ҡыйылып үтеп тора. Шыуышып барғас, яр аҫтына ышыҡландым. Ҡараһам, ротам яр буйына һибелгән. Мине күргәс, атыша-атыша эргәмә йыйылдылар.
Хуторҙан атыусы фашистар баш ҡалҡытырға ла бирмәй. Тирә-яҡты байҡап, уныһын-быныһын самалап алдыҡ та, ҡыуаҡтар араһынан хуторҙы урап үтеп, фашистарҙың тылына барып индек.
Итек һыу төбөндә ҡалды бит инде. Аяҡта ойоҡбаш ҡына. Башта ла бер ни юҡ. Өҫ-баш туҙған. Шул килеш йөрөп ятыла. Ҡырсынташ, ҡомлоҡтан ойоҡсан йүгереп барышлай команда бирәм:
- Рота алға! Минең арттан!
Ярһыған гвардеецтарҙың батырлығы немецтарҙы сигенергә мәжбүр итте. Беҙ ҡалдырып киткән ярға шул арала полк килеп етте. Көслө ут аҫтында Неманды сыға башланы...»
Яугирҙың хәтирәһе ошо урында өҙөлгән. Уны яҙырға һуңлап тотонғанға оҡшай. Юҡһа был операцияның үҙе өсөн, хәйер, үҙе өсөн генә түгел, тотош халҡыбыҙ өсөн мөһим һөҙөмтәһен, Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булыуын да кинәнеп яҙыр ине. Кем белә, бәлки, был хаҡта яҙырға баҫалҡылығы форсат бирмәгәндер... Хәтирәнең дауамы юҡ. “Эх, үҙе иҫән саҡта килеп, хәтирәһен тулыһынса яҙып алырға ине лә бит”, - тип мин тағы ла үкенесле уйҙарға бирелдем...
Аҙағын гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ.
Читайте нас: