Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
25 Ғинуар 2020, 22:31

«Блокада икмәге»

Ленинград ҡамауын өҙгән көндә

27 ғинуарҙа – Ленинград ҡамауын өҙгән көндә – Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Блокада икмәге» республика акцияһы уҙғарыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың обелисктарына сәскәләр һалына, уларға иҫтәлекле дата символы – листовка менән «блокада икмәге» бирелә.
Эҙәрмән отрядтары һәм тарихи реконструкция клубтары «блокада икмәге»н таратыу урындарында 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград ҡамауын өҙөүгә бағышланған күргәҙмәләр әҙерләй.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар, Ленинград блокадаһына арналған фильмдар ҡарау, шулай уҡ Ленинград ҡамауында ҡатнашыусылар менән видеоконференциялар үткәрелә.
Фото интернеттан.
Читайте нас: