Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
11 Май 2021, 15:15

15 майҙа Музейҙар төнө була

Йыл һайын музей хеҙмәткәрҙәре 18 майҙа үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо иҫтәлекле дата сиктәрендә Европаның 42 илендә халыҡ-ара ҙур акция ойошторола. Беҙҙең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы унда һигеҙенсе тапҡыр ҡатнаша. Быйыл был сара ниндәй маҡсатта үткәрелә? Унда ниндәй бурыстар билдәләнгән, эштәр планлаштырылған? Учреждениеның фәнни хеҙмәткәре Светлана Семендяева менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

- “Музейҙар төнө”ндә 2000-дән ашыу музей “йоҡламай”, йәғни киске һәм төнгө сәғәттәрҙә килергә теләүселәр өсөн уларҙың ишектәре асыҡ була. Бындай сара беренсе тапҡыр 1997 йылда Берлинда, ә Рәсәйҙә 2002 йылда Красноярск музей үҙәгендә үтте. Быйыл акция “Фольклориаданы ҡаршылап” девизы менән ойошторола.
Нимә ул Фольклориада? Иң беренсе ошо һорауға яуап бирәбеҙ. Ул - дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивале. Унда донъяның төрлө милләт вәкилдәре үҙенең музыкаһын, бейеүен күрһәтә, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, костюмдары, сәхнә өлгөләре менән таныштыра, йәрминкә, парад һәм күргәҙмәләр үтә.
Беҙҙең район-ҡалала 45-кә яҡын милләт вәкиле йәшәй. “Музейҙар төнө”ндә килеүселәр уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, милли кейемдәре, тарихы, мәҙәниәте, матди һәм рухи ҡомартҡылары менән таныша аласаҡ.
Килеүселәр эш ҡоралдары, биҙәүестәр, аяҡ һәм өҫ кейемдәре бер-береһенә оҡшаһа ла, уларҙың һәр береһенең милли үҙенсәлеге барлығын тоясаҡ. Бының өсөн беҙ махсус экспозиция әҙерләнек. Ул “XX быуат башында туҡыусылыҡ” тип атала. Мәләүездә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың да борон туҡыу станогы булған. Күргәҙмәлә урыҫ халҡының ҡорамалы күрһәтеләсәк. Уның менән сыуаштар ҙа ҡулланған. Унда шулай уҡ үҫемлек сүсен иҙә торған талҡы, тараҡ, иләй йә сирата торған орсоҡ һәм башҡа предметтарҙы күрергә була. Бынан тыш, өйҙә туҡылған йөн балаҫ, киндер әйберҙәр бар.
Арыҫлан ауыл мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе мәҙәни ойоштороусылары Гөлсөм Хисаметдинова һәм Нурия Бураҡанова башҡорт балаҫын һуғыу һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүесен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе бирәсәк.
Форсаттан файҙаланып, бөтә хеҙмәттәштәремде һәм беҙҙең учреждениеға килеүселәрҙе Музейҙар көнө менән ҡотлайым һәм теләүселәрҙе 15 майҙа киске 6-нан 10-ға тиклем саҡырып ҡалам.
Читайте нас: