Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
22 Июнь 2021, 10:05

БӨГӨН – ҺУҒЫШ БАШЛАНҒАН КӨН

Ил тарихында иң ҡайғылы көндәрҙең береһе булған, ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған 22 июнде Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләйбеҙ.

ИҢ ҠЫҪҠА ТӨН

Июнь ахыры - һаҡ йоҡоло,
Ваҡыт елә атҡан уҡтай,
Ә былбылдар һағыш түгеп
Бөгөн төндә гүйә һыҡтай,
Бөгөн төндә,
Өндә...

Иң ҡыҫҡа төн, 41-ҙә -
Күпмеләрҙең һуңғы төнө,
Мәңгелеккә юғалтыуҙар,
Һуңғы һулыш, һуңғы көнө.
Һуңғы һулыш.
Һуғыш.

Әйләндереп көндө төнгә,
Сигебеҙҙән дошман ингән,
Иң оҙон төн булған был көн,
Ҡара һөрөм ятҡан илгә.
Ҡара һөрөм.
Гөрөн*.

Миллиондар һалған башын,
Ҡыҙҙар ишһеҙ ҡалған тороп,
Яраласаҡ сабыйҙар ҙа
Һәләк булған, түлдә ҡороп
Һәләк булған.
Һул(ы)ған...

Иң ҡыҫҡа төн, ҡәһәрле төн,
Халыҡтарҙың аһы-зары,
Быуат кеүек оҙон йылдар,
Үтмәҫ кеүек минуттары
Үтмәҫ кеүек
Көйөк.

Наҡыҫ төнлө июнь айы...
Бөгөн тағы яуа туптар,
Ҡайҙан ғына атһалар ҙа
Йөрәгемә яуа уттар
Йөрәгемә
Генә.

Иң ҡыҫҡа төн...
Шундай оҙон...

*гөрөн - лавина
Гүзәл СИТДИҠОВА.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: