Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
24 Март 2022, 11:01

Сулпан Иманғолов иҫтәлегенә

Быйыл танылған сатирик яҙыусы БР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сулпан Ғоссаметдин улы Иманғоловтың тыуыуына - 90 йыл.

Сулпан Иманғолов иҫтәлегенә
Сулпан Иманғолов иҫтәлегенә

Күренекле шәхес 1932 йылдың 1 ғинуарында Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында донъяға килгән. Сулпан Ғоссаметдин улы менән мине байтаҡ йылдар йәмәғәт эшмәкәрлеге бәйләне. Ошо уңайҙан иҫ киткес кеше тураһында үҙемдең иҫтә ҡалған ҡайһы бер ваҡиғалар менән уртаҡлашҡым килә.

Сулпан Иманғолов 1958 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай. Уның беҙҙең яҡтарҙағы эшмәкәрлеге Йомағужа районы Ялсы ауыл советы, Хоҙайбирҙин ауылында башланды. Уны беҙгә клуб мөдире итеп ебәргәйнеләр. Беҙ уның менән тәүге көндәрҙән үк яҡындан аралаша башланыҡ. Өйөбөҙ клубҡа ҡаршы (күптән түгел манараһы алынған мәсет бинаһы) урам аша ғына ине. Шуға күрә Сулпан беҙгә йыш килә ине, төрлө мәсьәлә тураһында сәй эскәндә һөйләштек. Ул бик ябай, яғымлы кеше, аралашыуы еңел, ҡыҙыҡ һөйләп көлдөрә торғайны. Сулпандың ауыл халҡын аптыратҡан, ғәжәпләндергәне сатира һәм юморға бәйле ике эше тураһында әйтеп китәйем.

Иң беренсе Сулпан Иманғолов “Ҡармаҡ” тигән сатирик гәзит сығара башланы. Ул аҙна һайын әҙерләнеп, клубтың тыш яғына эленеп ҡуя ине.  “Ҡармаҡ”ты уҡымаған кеше булманы, унда эләккәндәрҙе бөтә ауыл һөйләй торғайны. Гәзиттең бер һаны беренсе ферма мөдире һәм көтөүселәре һыйырҙарҙы ныҡлап көтмәгәне һәм шуға күрә һөт кәмеүен тәнҡитләгәйне. Икенсе һанына бригада бригадиры, ҡайһы бер колхозсылар эшкә һуң сығып ҡармаҡҡа эләкте. Бындай клуб мөдирен халыҡ белгәне юҡ ине әле.

Икенсенән, Сулпан мине клуб сәхнә­һенә күтәрелергә күндерҙе. Беҙ үҙешмәкәр артистарға әйләнеп, уның интермедияларын, ул Ишәй мин Ҡушай булып уйнай башланыҡ. Нимә генә ҡулланһаҡ та, тамашасы рәхәтләнеп көлдө.

Бер аҙҙан Сулпан эшкә Йомағужаға күс­те. “Ударник” (“Ударсы”) гәзиттәре ре­дак­цияһында тәржемәсе һәм яуап­лы секретарь вазифаларын башҡарҙы. Мин ошо йылдарҙа әүҙем генә яҙыша инем. Сулпан мине тиҙ арала үҙе янына редакцияға әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә килергә кәңәш итте. Мин бер аҙ Сулпандарҙа йәшәнем. Ул башҡорт теле уҡытыусыһы Тәнзилә Шәмсетдин ҡыҙына өйләнгәйне. Дуҫым өйҙәрендә лә шаяртырға ярата ине. Мин иҫләүемсә, ул Советтар Союзы гимны пластинкаһын уйнатырға ҡуйҙы ла Тәнзилә апайға “һуғыш башланған”, - тине. Тәнзилә апай бик ныҡ ҡурҡты.

«Ударсы» гәзите редакцияһы һәм типографияһында ул заманда гәзиттәр ҡул менән йыйыла ине. 30-лап кеше эшләне. Сулпан Ғоссаметдин улы гәзиттә юмор һәм сатираға урын бирҙе, йыш ҡына башҡорт телендә әҙәби биттәр донъя күрҙе. Бында шуны ла әйтергә кәрәк, Сулпан үҙешмәкәр түңәрәктә лә әүҙем ҡатнашыуын дауам итте. Беҙ уның сатира интермедияларын башҡарыуҙы дауам иттек, райондың төрлө ауылдарында булдыҡ.

Иң йылы хәтирәләр Сулпандың тыуған яғы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы менән бәйле. Уның туғандары йылы ҡаршы алды, ике тапҡыр барырға тура килде. Ауыл иҫ киткес матур урында урынлашҡан. Иң күркәме – Торатау, ул ауылдан йыраҡ түгел. Беренсе тапҡыр килгәндә тау түбәһенә менеп, тирә-яҡтағы ғәжәйеп хозурлыҡҡа һоҡландыҡ.

1962 йылдың аҙағында райондар берләштерелде. Беҙ “Ударсы” гәзитенең һуңғы һанын матур итеп сығарып, Йомағужа районы менән хушлаштыҡ. Мәләүез районына эшкә күстек. Сулпан район гәзитендә - хәбәрсе, яуаплы мөхәррир урынбаҫары, мин - партия комитеты инструкторы. Юлдарыбыҙ айырылһа ла, аралашыу туҡталманы. Йыш ҡына башҡорт телендә гәзит-журналдар таратыу, телде һаҡлау, яҡлау мәсьәләләрен күтәрҙек. Сулпан Иманғолов Мәләүез район-ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының эшендә лә әүҙем ҡатнашты.

Ул 1974 йылда Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының үҙ хәбәрсеһе булып эшкә күсте. Республиканың күп райондарында тәжрибә тупланы, халыҡ араһында йөрөнө, шуға ла уның геройҙары - ябай кеше,  ижади эшмәкәрлегендә ҙур уңыштарға өлгәште. Уның “Тел тирмәне”, “Сатира еңгәй”, “Салыш көҙгө”, “Күҙлекле һуҡыр сысҡан”, “Аҡландағы мәктәптә” һәм ошо йылдарҙа донъя күргән башҡа китаптарын уҡыусылар бик йылы ҡабул итте. Район, республика гәзит-журналдарында күләмле публицистик мәҡәләләре, очерктары, поэмалары йыш баҫылды.

Сулпан Ғоссаметдин улы 1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағза­лығына ҡабул ителде. 1996 йылда 75 очеркты берләштергән “Йәнтөйәктә - беҙҙең йөрәк” китабы баҫылды. Бында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхозға ингән Ялсы, Һапаш, Вәлит, Юлбаш, Хоҙайбирҙин ауылдарының тарихы, бөгөнгө көндәге уңыштары тураһында һөйләй ине. Был китап өсөн Сулпан Иманғолов Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды. Премия Хоҙайбирҙин ауылында Шәһит Әхмәт улының ҡыҙы Тамара ҡатнашлығында тапшырылды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сулпан Иманғоловты һуңғы юлға оҙата алманым. Мәскәүҙә эш буйынса командировкала булып ҡалдым. Быға тиклем ҡатыны Тәнзилә апайҙың дарыуҙар алыуға аҡса менән ярҙам итеү үтенесен үтәп өлгөргәйнем.

Мәләүез район-ҡала халҡы Сулпан Ғоссаметдин улын хәтерендә яҡшы һаҡлай. Үлгәндән һуң талантлы сатирик Булат Рафиҡов исемендәге премияға тәҡдим  ителде. Мәләүездә уның исемен йөрөткән урам бар. Тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан арҙаҡлы шәхес иҫтәлегенә төрлө йәмәғәт саралары үткәрелә.

Юнир АҘНАҒОЛОВ.

Фотолар автор архивынан.

Сулпан Иманғолов иҫтәлегенә
Сулпан Иманғолов иҫтәлегенә
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: