Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Тарих
6 Октябрь 2022, 15:22

Һатлыҡ йәндәр башҡорт булмаған...

Илем батырҙары – атай-олатайҙар, Фашистарҙың алып йән-ҡотон. Рейхстаг стенаһына иҫтәлеккә, Исемдәрен яҙған башҡорттоң...

Һатлыҡ йәндәр башҡорт булмаған...
Һатлыҡ йәндәр башҡорт булмаған...

Һин уйлама, башҡорт йыуаш тиеп,

Ҡарап тороуға ул беҙ шулай

Башҡорт батырҙары яуға инһә,

Дер ҡалтырап дошман зар илай...

Йыуаш тигән минең башҡорттарым,

Бер яуҙан да ситтә ҡалмаған.

Ун дүрт йыл бит Батый ханы ла,

Уралымды ала алмаған.

Бонапартты Парижғаса ҡыуып,

Үҙ өңөндә ҡорал һалдырған.

Изге Лауренциана сиркәү манараһын,

Үтә атып уғын ҡалдырған.

Илем батырҙары – атай-олатайҙар,

Фашистарҙың алып йән-ҡотон.

Рейхстаг стенаһына иҫтәлеккә,

Исемдәрен яҙған башҡорттоң...

Һин уйлама, башҡорт йыуаш тиеп,

Ҡурҡаҡ башҡорт әле тыумаған.

Күпме яуҙан еңеп даны ҡайтҡан,

Һатлыҡ йәндәр башҡорт булмаған.

М. Мәғәсүмов.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: