Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Торлаҡ
28 Июль 2020, 17:07

Иғтибар үҙәгендә - капиталь ремонт

Йәй айҙары күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эштәре атҡарыу өсөн ҡулай осор. Билдәле булыуынса, 2014 йылдан был эштәр закон нигеҙендә махсус булдырылған фондта тупланған аҡсаға атҡарыла. Ябай итеп әйткәндә, дөйөм янсыҡҡа бар республиканан күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр иғәнәләр индерә (ай һайын зәңгәр төҫтә квитанциялар алабыҙ), фонд етәкселеге муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә атҡарыласаҡ эштәр планын раҫлай.

Йәй айҙары күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эштәре атҡарыу өсөн ҡулай осор. Билдәле булыуынса, 2014 йылдан был эштәр закон нигеҙендә махсус булдырылған фондта тупланған аҡсаға атҡарыла. Ябай итеп әйткәндә, дөйөм янсыҡҡа бар республиканан күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр иғәнәләр индерә (ай һайын зәңгәр төҫтә квитанциялар алабыҙ), фонд етәкселеге муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә атҡарыласаҡ эштәр планын раҫлай. Мәҫәлән, быйыл капиталь ремонт буйынса Мәләүез районы һәм ҡалаһынан 9 йорт планға индерелгән. Ҡалалағы Смоленск урамы, 188-се, 190-сы йорттар, 32-се биҫтәләге 2-се йорт, Октябрь урамы, 12, Ленин урамы, 135, Корнеевка ауылындағы Йәмилев урамынан 5-се һәм 7-се йорттарҙа ҡыйыҡтар йүнәтелә. Шулай уҡ Октябрь урамы, 14-се йортта лифт алыштырыу, Сарлаҡтағы Маяковский урамы, 1а йортонда электр линияларын тулыһынса алыштырыу ҡаралған. Беҙҙең муниципалитет буйынса быйылғы йылға сығымдар 34 млн 700 мең һумдан ашыу. Әйтеп китергә кәрәк, планға индергәндә йорттоң дөйөм торошо һәм унда йәшәүселәрҙең капиталь ремонт өсөн иғәнәләрҙе түләү-түләмәүе тәү сиратта иҫәпкә алына. Һуңғы йылдарҙағы практика күрһәтеүенсә, тәү сиратта ҡыйыҡҡа ремонт талап ителгән йәки лифт ҡорамалдарының эксплуатациялау ваҡыты сыҡҡан йорттар күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, Мәләүездә лифттар менән киҫкен проблемалар уҙған йыл ябылды тиерлек.
Иғәнә түләмәһәң буламы?
Был программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып, халыҡ араһында ошоға оҡшаш һорауҙар йыш йөрөй. Кемдер йорттарының яңы булыуына һәм яҡын арала уға капиталь ремонт кәрәкмәгәнлегенә һылтана, икенселәре, киреһенсә, йорттоң авария хәленә еткәнен көтә. Ул осраҡта алмашҡа яңы фатир алыу хоҡуғы тыуа. Эйе, йорт авария хәлендә тип танылған осраҡта капиталь ремонтҡа иғәнәләр түләү кәрәкмәй, әммә йортҡа был статусты махсус комиссия ҡуя һәм процедура үтә лә ҡатмарлы. Яңы йорттарға килгәндә, программа бер-ике йыл менән сикләнмәгән, шунлыҡтан ул йорттарға ла капиталь ремонт талабы тыуыуы көн кеүек асыҡ. Шул ваҡытта дөйөм янсыҡта тап ошо йорттан килгән иғәнәләр булмаһа, ремонт талап итеп ҡайҙа барырҙар? Әйткәндәй, шулай итәләр ҙә. Күптән түгел Нордовка ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1-се йортта йәшәүселәр капиталь ремонт һорап Республика Башлығы Радий Хәбировҡа хат яҙған. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы Әмир Ғәлиевҡа мөрәжәғәт иттек:
- Әйтеп кителгән йортҡа, ысынлап, капиталь ремонт талап ителә. Был хаҡта беҙ ике йыл дауамында ошо йортта йәшәүселәр менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Хәл былай тора: 2014 йылдан Нордовка ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1-се йортта йәшәүселәр капиталь ремонтҡа 334 мең һум күләмендә иғәнәләр индерергә тейеш булған. Ысынбарлыҡта был сумманың 37% ғына йыйылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыйығының торошо насар булғанлыҡтан, беҙ былтыр уҡ йортто капиталь ремонт программаһына индерергә планлаштырҙыҡ. Унда йәшәүселәр менән йыйылыш та үткәрҙек. Тик улар йыйылыш протоколына ҡул ҡуйыуҙан баш тарттылар. Программаның ғәҙел үтәлешенә ышанмауҙарын белдерҙеләр. “Күршеләрегеҙҙәге Дмитриевка ауылындағы ике йортта ошондай уҡ эштәрҙе атҡарҙыҡ, ышанмаһағыҙ, барып күрегеҙ, унда йәшәүселәрҙән һорашығыҙ”, - тигән һүҙҙәребеҙгә лә ҡолаҡ һалманылар. Документтарҙың тулы пакеты булмау сәбәпле, беҙ был мәсьәләне хәл итә алманыҡ. Хәҙер тағы шул уҡ процедураны ҡабатларға тура киләсәк. Әлбиттә, иғәнәләрҙе түләү буйынса ла халыҡ уйланһын ине. Закон буйынса, капиталь ремонтҡа иғәнәләре буйынса бурыстары булғандарҙың мөлкәтен тартып алыу, башҡа сикләү саралары ҡаралған.
Әйткәндәй, дөйөм янсыҡҡа иғәнә керетмәй генә, йәшәгән күп фатирлы йорттарында капиталь ремонт көтөүселәр бер Нордовкала ғына түгел. Район хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Антоновка, Первомайский ауылдарында ике ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын программа сиктәрендә йүнәтеүгә ҡарамаҫтан, иғәнә йыйыу үтә һүлпән бара. 18-20%-тан артмай. Яңы коронавирус инфекцияһы сәбәпле, дөйөм район һәм ҡала кимәлендә лә йыйымдар кәмегән, әлбиттә. Элегерәк 95 %-тан ашып китһә, хәҙер 88% тирәһе. Ошо йәһәттән тағы бер ҡабатлау яҙыҡ булмаҫ - программа эшләй, иғәнәләр законлы, улар буйынса бурыстар өсөн яуапҡа тарттыралар икән, был саралар ҙа закон сиктәрендә ҡаралған.
Читайте нас: