Конгэк
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
10 Октябрь 2019, 13:34

Ҡалабыҙ күркәмләнә

Республикала, шул иҫәптән районыбыҙҙа “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Өҫтөнлөклө проект сиктәрендә ихаталар һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, ҡала һәм райондарҙа урамдар, йорт алдары тәртипкә килтерелә. Был йәһәттән беҙҙең ҡалала ла байтаҡ эштәр башҡарыла.

Республикала, шул иҫәптән районыбыҙҙа “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Өҫтөнлөклө проект сиктәрендә ихаталар һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, ҡала һәм райондарҙа урамдар, йорт алдары тәртипкә килтерелә. Был йәһәттән беҙҙең ҡалала ла байтаҡ эштәр башҡарыла.

Республика көнө алдынан 3-сө гимназия янында «Ғаилә» һәм «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы ҡаршыһында «Йәшлек» скверҙары асылды. Сараны асыуҙа “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы башҡарма директоры Борис Нурисламов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рамаҙан Рамаҙанов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, ҡала хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин ҡатнашты.

3-сө гимназия янында асылған «Ғаилә» скверы киләсәктә матур ял урынына әйләнер. Уның тап мәктәп эргәһендә булыуы ла отошло, сөнки тәнәфес ваҡыттарында уҡыусыларға төрлө уйындар уйнап, китап уҡып ял итеү мөмкинлеге буласаҡ. Бында уңайлы эскәмйәләр урынлаштырылған, ағастар ултыртылған.

«Ағиҙел» ҡунаҡханаһы янында урынлашҡан «Йәшлек» скверының иһә үҙенсәлекле биҙәлеше иғтибарҙы йәлеп итә. Кеше тормошондағы иң гүзәл осор ул - йәшлек. Күңелдәр хис-тойғоға, йөрәктәр һөйөү, наҙға тулған миҙгел. Шуға күрәлер ҙә бында бөтә нәмә йөрәк формаһында эшләнгән. Киләсәктә ул ҡалабыҙ йәштәренең бер-береһе менән танышыу, осрашыу урынына әйләнәсәгенә шик юҡ.

Туғайлы биҫтәһендә асылған майҙансыҡ та халыҡтың ялын файҙалы үткәреү маҡсатында төҙөлгән. Киләсәктә ул ололарҙың да, сабыйҙарҙың да ашҡынып килер урынына әйләнер, шат тауыштарға күмелер. Бигерәк тә балалар өсөн уның файҙаһы күп, улар буш ваҡытын компьютер алдында түгел, ә саф һауала уйнап үткәрер.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов киләсәктә лә район һәм ҡала халҡының йәшәйешендә мөһим урын аласаҡ ошондай объекттар төҙөү эше дауам ителәсәге хаҡында белдерҙе.

Дәүләт ярҙамы менән тормошҡа ашырылған ошондай проекттар бик кәрәкле, сөнки тап улар ярҙамында төрлө объекттар төҙөлә, тормош кимәле яҡшыра, ауыл-ҡалаларҙың йөҙө үҙгәрә.

Булдырылғандың ҡәҙерен белеп,уларҙы һаҡлап тороу иһә һәр ҡайһыбыҙҙың бурысы икәнен онотмайыҡ.