Конгэк
-20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
30 Июль 2020, 12:24

Сара сағыу, ҡомарлы тамашаға әйләнде

Инвалидтар ойошмаһы тарихына тағы бер бит яҙылды

Бөрйән районында мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында “Пара тур-2020” республика спорт туризмы фестивале үтте. Ярыштар биш спорт төрөндә ойошторолдо. Был - йәйәүле туризм. Төйөн төйнәү техникаһы, һыу ятҡылығын аҫылмалы яйланма аша уҙыу, страховка менән төшөү һәм үрләү, топография тамғаларын билдәләү буйынса һынауҙарҙы һәр команда еңеп сығырға тейеш ине. Дүрт кешелек командаға катамаранда, ике кешенән торғанына – байдаркала дистанцияны ваҡытҡа үтеү бурысы ҡуйылды. Шунда уҡ урында компас ярҙамында йүнәлеш азимутын билдәләү буйынса ярыш барҙы. Ҡаршылыҡтарҙы коляскала үтеү бик ҡомарлы, сағыу тамашаға әйләнде. Спортсыларыбыҙ Ринат Дәүләтшин, Игорь Кудряшов, Владимир Макшанцев, Ирина Пушка, поход тормошоноң ауырлыҡтарына ҡарамай, эҫе көндә бөтә оҫталығын һалып, призлы өсөнсө урын яуланы, инвалидтар ойошмаһы тарихына тағы бер бит яҙҙы.
Миләүшә ИШБУЛАТОВА.
Автор фотолары.
Читайте нас в