Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
8 Июнь 2021, 12:25

Ҡала үҙәге үҙгәрә

Күпме кеше - шунса фекер тигәндәй, кемдер ҡаланың үҙгәреш кисереүенә ыңғай ҡарашын белдерһә, икенселәр иһә элекке майҙанды һағына.

Гәзиттең алдағы һандарында ҡаланың төҙөкләндереләсәк урындары, унда барған эштәр хаҡында даими яҙып киләбеҙ. Спорт һарайы биләмәһенең яңы төҫ алыуына иғтибар иткәнһегеҙҙер, моғайын. Бөгөн ҡаланың үҙәк майҙаны төҙөкләндерелә. Эштәр «Ҡайын тракты» проекты сиктәрендә, «Расса», «УралСпецСтрой», «Стройинвест Плюс» подрядсы ойошмалар тарафынан башҡарыла.
Иртәнге сәғәттәрҙә башланған эш кискә тиклем дауам итә.
Хеҙмәт урыныбыҙ төҙөлөш барған майҙанға яҡын булғас, унда барған эштәрҙе күреп, белеп, улар хаҡында ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Ҡала биләмәһе хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, эшселәр бығаса иҫке асфальт ҡатламын алыу, һыу һәм канализация селтәрен һуҙыу менән шөғөлләнһә, бөгөн улар тарафынан майҙандың күп өлөшөнә плитка, тротуарҙарға асфальт һалынған, түтәлдәргә ағастар ултыртылған, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары, сәхнә урынлаштырыла.
Күпме кеше - шунса фекер тигәндәй, кемдер ҡаланың үҙгәреш кисереүенә ыңғай ҡарашын белдерһә, икенселәр иһә элекке майҙанды һағына. Тротуар плитаһы түшәлгән тигеҙ генә ерҙән йөрөүҙе уңайлы күреп шатланғандар ҙа, хәҙер Яңы йыл майҙансығы ла, шыршы ла булмаясаҡмы инде, тип бошонғандар ҙа юҡ түгел. Беҙ һеҙҙе тынысландырырға ашығабыҙ, майҙансыҡ та, шыршы ла буласаҡ.
Үҙәк майҙандағы артабанғы үҙгәрештәр менән гәзиттең алдағы һандарында һәм социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә таныштырып барырбыҙ.
Читайте нас: