Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
22 Июнь 2021, 16:05

Төҙөкләндереүгә - айырым иғтибар

Уҙған аҙнала районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев килде.

Уҙған аҙнала районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев килде. Ул ҡалала федераль программа сиктәрендә башҡарылған төҙөкләндереү эштәренә, Үҙәк майҙан, Спорт һарайы алдындағы үҙгәрештәргә иғтибар бүлде.
Беренсе Май урамындағы 20-се йорт түбәһенә яһалған капиталь ремонтты ҡарағандан һуң етәксе Шәкәрселәр ҡасабаһына юлланды. Белеүегеҙсә, бөгөн унда «Башҡорт ихаталары» милли проекты тормошҡа ашырыла. Проект йорт ихаталарын йәшелләндереү, ундағы асфальт ҡатламын һәм бордюрҙарҙы алмаштырыу, сәскә түтәлдәре булдырыу, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу, сүп контейнерҙары урынлаштырыу, өҫтәмә парковка урындары булдырыу кеүек күләмле эштәрҙе үҙ эсенә ала. Алан Викторович Салауат урамындағы 19, 21, 23, 25, 27-се йорттарҙың майҙансығын төҙөкләндереү буйынса барған эштәр менән танышты. Ул шулай уҡ урындағы халыҡ менән дә әңгәмәләште, уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Автор фотолары.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: