Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
1 Июль 2021, 16:15

Имен юлдар һәммәбеҙгә лә

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрам көнөндә лә хеҙмәт бурысын үтәй. Бөгөн Мәләүез районы эске эштәр бүлегенә ҡараған дәүләт инспекцияһын Денис Посадский етәкләй. Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, кешеләр һаулығын, ғүмерен һаҡлау, профилактика эше улар елкәһенә йөкмәтелгән. Йылдан-йыл техника һаны арта: район-ҡалала төрлө категориялы 31420 авто-мото транспорт иҫәпләнә. Йыл башынан 506 юл транспорты ваҡиғаһы теркәлгән, ете кеше һәләк булған (былтырға ҡарағанда дүрт кешегә күберәк),

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрам көнөндә лә хеҙмәт бурысын үтәй. Бөгөн Мәләүез районы эске эштәр бүлегенә ҡараған дәүләт инспекцияһын Денис Посадский етәкләй. Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, кешеләр һаулығын, ғүмерен һаҡлау, профилактика эше улар елкәһенә йөкмәтелгән. Йылдан-йыл техника һаны арта: район-ҡалала төрлө категориялы 31420 авто-мото транспорт иҫәпләнә. Йыл башынан 506 юл транспорты ваҡиғаһы теркәлгән, ете кеше һәләк булған (былтырға ҡарағанда дүрт кешегә күберәк), 37-һе төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәте алған. Бында күңелһеҙ статистиканы булдырмау, хәүефһеҙлек тәьмин итеү, эскән водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейдтар, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында профилактика саралары үткәрелә.
Бөгөн юл-патруль инспекцияһында Игорь Арбузов етәкселегендә 11 хеҙмәткәр эшләй. “Ҡала-район биләмәһендә беҙҙең ҡарамаҡтағы 900 километр юлда беҙ хәүефһеҙлек тәьмин итәбеҙ. Йылдың һәр миҙгелендә: йәйге селлә эҫелә лә, яҙғы-көҙгө ҡойма ямғырҙа ла, ҡышҡы һалҡын буранда ла эш өҫтөндәбеҙ”, - ти ул. Хеҙмәт бурысын үтәгән хеҙмәттәштәренә ул уңыштар, хәүеф-хәтәрһеҙ эш көнө теләй.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: