Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
1 Июль 2021, 15:40

Заман талаптарына яраҡлашып

Әҙәм балаһы ғына түгел, тотош предприятиелар ҙа бөгөн яңы алымдар үҙләштереп, һорау менән файҙаланған тауар етештереүгә йүнәлеш тота. Коллективында 650-ләгән эшсене туплаған Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалары заводы ла яңыраҡ яңы төр продукция үҙләштерә башланы.

Ошоға тиклем завод тимер юл, энергетика, нефть, аэродромдағы обьекттар өсөн конструкциялар етештерҙе. Яңыраҡ 1-се форма цехы хеҙмәткәрҙәре юл кәртәләре өсөн бетон ҡоролмалары эшләй башланы. “Яңы продукцияны үҙләштереүҙә ҡыйынлыҡтар булды, әлбиттә. Берҙәм, яҡшы белгестәр тупланған коллектив иҫәп һәм һынауҙар һөҙөмтәһендә уны тиҙ өйрәнде. Бригадир, 5-се эш разрядлы эшсе Зөбәйер Маннановтың 20 йыл хеҙмәт стажы бар. Кран машинисы Лилиә Сәйфуллина 35 йыл ғүмерен заводҡа арнаған. Тиҫтә йыл стажы булған Зәбир Ҡаранаев та эшенә бик яуаплы ҡарай”, - ти цех технологы Анастасия Мехова. Етештерелгән яңы ҡоролмаға һорау бар, тимәк, завод йәшәй, үҙенә яңы офоҡтар аса.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: