Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
6 Октябрь 2021, 15:35

Шәхси фекер

Юлда йөрөгәндә төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә. Бөхтә генә кейенгән 70 йәштәр тирәһендәге апай Мәләүезгә йыш килә, шуға ла осрашып торабыҙ. Алсаҡ, мөләйем булғанғамы, уның һөйләгәнең ихласлап тыңлайым. Автобус шығрым тулы ине, Аллаға шөкөр, урын бирҙеләр. Бынау йәнәшәлә ултырған ҡатын менән йыш осрашам. “Тәртәләрен” йыйһа ни була, нисек йәйелеп ултырған, шылманы ла. – Апайым бер аҙ үҙенең ризаһыҙлығын күрһәтте лә, хәбәрен дауам итте.- Ырымбурға дауаханаға барғайным. Бар нәмә сағыштырыуҙа күренә икән ул. Юлдарыбыҙҙың төҙөклөгөнә ҡыуанып бөтә алманым. Юл дауамында хәүефһеҙлек сараһы маҡсатында ҡуйылған кәртәләр, ауылдар янынан үткәндә, шау-шыуҙы йотоусы стеналар ҡуйылған. Күрше өлкәнең биләмәһенә еткәйнек, юл төҙөкләндереү тураһында бөтөнләй онотҡандар кеүек тойолдо. Ҡаланың үҙендә лә хан заманғы “пазик”тар халыҡты хеҙмәтләндерә. Иҫке маршруткаларҙа ситтән килгән водителдәр Өфөлә лә бер нисә йыл элек бер-береһенең өҫтөнә менә яҙып кем уҙарҙан халыҡ ташый ине. Хәҙер ҡыҫҡарттылар. Бына бит, яңы автобуста йөрөүе лә күңелле.- Тыңлар кеше булғас апайым рәхәтләнеп хәбәрен һүтте. Ысынлап та, тормоштоң йыш ҡына беҙгә күберәк насар яғы күренә, яҡшыларын әллә күрмәмешкә һалышабыҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

Шәхси фекер
Шәхси фекер

 Юлда йөрөгәндә төрлө кешеләр менән аралашырға тура килә. Бөхтә генә кейенгән 70 йәштәр тирәһендәге апай Мәләүезгә йыш килә, шуға ла юлдарыбыҙ киҫешеп тора. Алсаҡ, мөләйем булғанғамы, уның һөйләгәнең ихласлап тыңлайым.

Автобус шығрым тулы ине, Аллаға шөкөр, урын бирҙеләр. Бынау йәнәшәлә ултырған ҡатын менән йыш осрашам. “Тәртәләрен” йыйһа ни була, нисек йәйелеп ултырған, шылманы ла. – Апайым бер аҙ үҙенең ризаһыҙлығын күрһәтте лә, хәбәрен дауам итте.- Ырымбурға дауаханаға барғайным. Бар нәмә сағыштырыуҙа күренә икән ул. Юлдарыбыҙҙың төҙөклөгөнә ҡыуанып бөтә алманым. Юл дауамында хәүефһеҙлек сараһы маҡсатында ҡуйылған  кәртәләр, ауылдар янынан үткәндә, шау-шыуҙы йотоусы стеналар ҡуйылған. Күрше өлкәнең биләмәһенә еткәйнек, юл төҙөкләндереү тураһында бөтөнләй онотҡандар кеүек тойолдо. Ҡаланың үҙендә лә хан заманғы  “пазик”тар халыҡты хеҙмәтләндерә. Иҫке маршруткаларҙа ситтән килгән водителдәр  Өфөлә лә бер нисә йыл элек бер-береһенең өҫтөнә менә яҙып кем уҙарҙан халыҡ ташый ине. Хәҙер ҡыҫҡарттылар. Бына бит, яңы автобуста йөрөүе лә күңелле.- Тыңлар кеше булғас апайым рәхәтләнеп хәбәрен һүтте. Ысынлап та, тормоштоң йыш ҡына беҙгә күберәк насар яғы күренә, яҡшыларын әллә күрмәмешкә һалышабыҙ. Һеҙ нисек

Шәхси фекер
Шәхси фекер
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: