Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
30 Август 2022, 10:05

Тағы нимә өсөн түләйбеҙ?

1 сентябрҙән күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы үҙгәрештәр көтә. Ағымдағы йылдың 3 февралендә ҡабул ителгән РФ Хөкүмәтенең 92 -се Ҡарарына ярашлы

Тағы нимә өсөн түләйбеҙ?
Тағы нимә өсөн түләйбеҙ?

1 сентябрҙән күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы үҙгәрештәр көтә. Ағымдағы йылдың 3 февралендә ҡабул ителгән РФ Хөкүмәтенең 92 -се Ҡарарына ярашлы норманан тыш сарыф ителгән ресурстар өсөн түләү киләһе айҙан тулыһынса граждандарҙың үҙҙәренә йөкмәтеләсәк. Бығаса был сығымдарҙы идарасы компания ҡаплай ине.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәрештәр халыҡта күп һорау һәм ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырһа ла, был ысул идара итеүсе компанияларҙы банкротлыҡтан һаҡлап ҡаласаҡ, тип күҙаллана.

Белгестәр фекеренсә, норманан тыш сығымдар һыуыҡ һәм эҫе һыуҙы, электр утын тотоноу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт булмау йәки уларҙы кәметеп күрһәтеү сәбәпле барлыҡҡа килә.

Мәҫәлән, фатирына иҫәпләү приборҙары ҡуйылмаған кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн нормативҡа ярашлы түләй һәм экономия тураһында уйлап бармай, шуға күрә уны тәүлек әйләнәһенә крандан тамып торған һыу һис тә борсомай. Шулай уҡ фатирҙа документ буйынса бер генә кеше теркәлһә лә, унда бер нисә кеше йәшәүе мөмкин һәм шуға бәйле сығымдар ҙа күпкә юғарыраҡ була. Улар инде дөйөм йорт сығымдары булып иҫәпләнә.  

Коммуналь ресурстарға шулай уҡ йорттағы лифтты, домофонды һәм подъезға яҡтылыҡ биреүсе лампочкаларҙы эшләтеүгә сарыф ителгән электр уты, подъездарҙы йыйыштырыу, йылытыу системаһын йыуҙырыу өсөн тотонолған һыу ҙа инә.   

Йорттарҙағы иҫәпләү приборҙары күрһәткестәре хаҡындағы мәғлүмәтте идарасы компанияға ваҡытында биреп барыу коммуналь-торлаҡ сығымдарын дөрөҫ теркәүгә булышлыҡ итә.

Яңы үҙгәрештәр коммуналь сығымдарҙы иҫәпләү һәм түләүҙе тәртипкә һалыу маҡсатын күҙ уңында тота.

Ошо урында коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ иткән ябай, әммә мөһим ысулдарҙы иҫкә төшөрөп үтеү ҙә артыҡ булмаҫ. Ваннаға һыу тултырып йыуыныуға ҡарағанда, душ аҫтында сайыныу, теш таҙартҡанда кранды ябып тороу, һауыт-һабаны айырым табаҡта йыуып, һыуҙы уны сайҡатҡанда ғына асыу, кер йыуыу машинаһына әйберҙе яртылаш түгел, ә  тулыһынса һалыу, унитаздың төҙөк булыуын даими тикшереп тороу сығымдарҙы кәметеүгә килтерәсәк.

Шулай уҡ йәшәйештә үҙегеҙгә кәрәкмәгән хеҙмәттәрҙән баш тартыу ҙа байтаҡ аҡсаны кеҫәгеҙҙә ҡалдырырға ярҙам итер. Бөгөн һәр ғаилә ағзаһында кәрәҙле телефон бар, шуға күрә стационар телефондан һәм домофондан баш тартырға мөмкин, киләһе кешеләрегеҙ һеҙҙе киҫәтеү юлын барыбер табасаҡ. Фатирҙан сығып киткәндә электр утын һүндереп, һыу крандарын тулыһынса ябыҡ икәнен тикшерергә лә онотмағыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Фото интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: