Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
14 Октябрь 2022, 12:05

Сүп-сарҙы - айырым контейнерға

Федераль бюджеттан республикаға маҡсатлы йүнәлтелгән аҡсаның бер өлөшө аҙыҡ ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға йүнәлтелә.

 

Федераль бюджеттан республикаға маҡсатлы йүнәлтелгән аҡсаның бер өлөшө аҙыҡ ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға йүнәлтелә: ошо арала 11373 контейнер һатып алынасаҡ, ул план буйынса күләмдең 33 процентын тәшкил итә. Коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең тотороҡло системаһын булдырыу “Экология” милли проект сиктәрендә алып барыла.

Ҡалала йәшәүсе Нәзилә Ирекова ла сүптең сорттарға  бүленеп йыйылыуын, быға йәш быуынды ла өйрәтеүҙе кәрәк тип хуплай.   “Сүп ҡалдығын айырып йыйырға кәрәклеген, уларҙы эшкәртеп нимә етешетерергә булғанын аңларға тейеш”, - ханым.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: