Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
1 Декабрь 2022, 11:50

Юлдар һәм урамдар тәртиптә булһын

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында Корнеевка ауыл биләмәһе 2016 йылдан алып ҡатнаша.

Юлдар һәм урамдар тәртиптә булһын
Юлдар һәм урамдар тәртиптә булһын

«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы беҙҙең районда ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул халыҡтың башланғысы менән тораҡ пункттарҙы тәртипкә килтереүгә, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә булышлыҡ итә. Программала ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең һаны ла, тәртипкә килтерелгән урындар ҙа артҡандан-арта бара, сөнки ул хәл итеүҙе талап итеп тә, оҙаҡ йылдар «ҡул етмәгән» мәсьәләләрҙәрҙе ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Бөтәһе 55 шәхси хужалыҡтан торған Покровка ауылында һан буйынса 146 кеше иҫәпләнә. Ундағы халыҡ ике йыл дауамында үҙҙәрен был программаға индереүҙе көткән  һәм бына, ниһайәт, 2023 йылда уның сиктәрендә урамды төҙөкләндереү эшенә тотонмаҡсылар. Алдынғы ҡарашлы, әүҙем кешеләрҙән торған инициатива төркөмө байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған.

- «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында Корнеевка ауыл биләмәһе 2016 йылдан алып ҡатнаша. Беҙҙең халыҡ юлдарҙы төҙөкләндереүгә иғтибар бирә, сөнки уларҙың сифаты яҡшы булыуы бик мөһим икәнен барыһы ла яҡшы аңлай. Баштағы йылдарҙа Корнеевкала дүрт, Даниловкала ике саҡрым юлға асфальт түшәлһә, быйыл Дәүләтҡол ауылында 700 метр араға һалынды. Киләһе йылда Покровкалағы урамды тәртипкә килтереү күҙаллана, - ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова.

 

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: