Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
24 Ғинуар 2023, 17:25

Тамъяндар юл төҙөклөгө яҡлы

Урам һәм юлдың төҙөк булыуы күркәм күренеш кенә түгел, төбәктең социаль торошон, йәшәйеш сифатын билдәләгән төп күрһәткес тә. Тамъяндарға изге башланғыстарында уңыштар теләйек.

Тамъяндар юл төҙөклөгө яҡлы
Тамъяндар юл төҙөклөгө яҡлы

Районда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы башҡарылған эштәр менән һеҙҙе даими таныштырып барабыҙ. Унда ҡатнашҡандар үҙҙәре йәшәгән биләмәнең тышҡы йөҙөн үҙгәртеүгә, уңайлы шарттар тыуҙырыуға өлөш индерә, урында көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә. Уларҙы ғәмәлгә ашырыуға тотонолған сығымдың бер өлөшөн республика, муниципаль район бүлһә, спонсорҙар һәм халыҡ үҙе лә әүҙем ҡатнаша.

Мәләүез ауыл биләмәһенең Тамъян ауылында бөтәһе 568 кеше иҫәпләнә. Был ауыл халҡы ла Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы биргән мөмкинлекте файҙаланыу яҡлы. Улар уҙған йылдың декабрендә йомғаҡлау йыйылышы үткәрҙе. Күпселек тауыш Тамъян ауылының Фәрит Шәфиев урамындағы юлды төҙөкләндереү проектын хупланы.

Халыҡ тәҡдим ителгән өс проект араһынан иң кәрәкле тип иҫәпләгәне өсөн тауыш биргән икән, тимәк, ул ысынлап та мөһим. Программаны тормошҡа ашырырға ярҙам итергә әҙер спонсор булыуы ла ҡыуаныслы хәл.

Урам һәм юлдың төҙөк булыуы күркәм күренеш кенә түгел, төбәктең социаль торошон, йәшәйеш сифатын билдәләгән төп күрһәткес тә.

Тамъяндарға изге башланғыстарында уңыштар теләйек.

 

Фото архивтан алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: