Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
17 Апрель 2023, 17:15

Тауыш биреү ете аҙна дауамында барасаҡ

15 апрелдә «торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «уңайлы ҡала мөхитен булдырыу»федераль программаһы сиктәрендә 2024 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса бөтә рәсәй тауыш биреү башланды.

Тауыш биреү ете аҙна дауамында барасаҡ
Тауыш биреү ете аҙна дауамында барасаҡ

2022 йылда рейтинг буйынса тауыш биреүҙә Башҡортостандан 566 мең самаһы кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бишбүләк һәм Дүртөйлө райондары әүҙемлек буйынса лидерҙар булды. Дөйөм Рәсәй платформаһында республиканан бөтәһе 122 объект тәҡдим ителде. Быйыл конкурста 63 муниципалитеттан 185 проект ҡатнаша. "Уларҙың барыһы ла электрон платформаға тейәлгән. Был ҡала һәм ауылдарҙы үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләренә халыҡты йәлеп итеүҙең иң уңайлы һәм һөҙөмтәле ысулы. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә халыҡ төҙөкләндереү өсөн тәү сираттағы объекттарҙы билдәләй", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

Тауыш биреү ете аҙна дауамында барасаҡ
Тауыш биреү ете аҙна дауамында барасаҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: