Көнгәк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Ғинуар , 15:15

Һарымһаҡты ошолай ҙа ҡулланырға була

Йәш өҫтәлә барған һайын быуындар менән проблема арта бара. Күп осраҡта һыҙланғанда ауыртыуҙы баҫыусы дарыу төймәләре эсергә, уколдар эшләтергә тура килә. Бындай осраҡҡа ла халыҡ дауаһы бар, әлбиттә, уны сир ныҡлы тамыр йәймәгәндә ҡулланыу һөҙөмтәле.

Һарымһаҡты ошолай ҙа ҡулланырға була
Һарымһаҡты ошолай ҙа ҡулланырға була

Түбәндә рецепт.

300-400 грамм һарымһаҡты таҙартып, ит турағыс аша үткәреп, бер литрлы банкаға һалабыҙ һәм өҫтөнә таҙартылмаған сифатлы үҫемлек майы ҡоябыҙ. Уны ике аҙнаға ҡараңғы урында ултыртып торабыҙ. Был осорҙа һарымһаҡты болғатып торорға кәрәк. Ошо юл менән һарымһаҡ майы килеп сыға. Ике аҙнанан һуң уны һөҙәбеҙ.

Майҙы һыҙлаған урынға һеңдереп һөртөп, өҫтөн йылы әйбер менән нығытып ҡуябыҙ. Беренсе ҡулланғандан уҡ ауыртыныу баҫыла. Дауаланыу ваҡыты - ике ай. Еҫе, әлбиттә, ҡырҡыу, тик һаулыҡ мөһимерәк.

Һарымһаҡ майы - склерозға ҡаршы уникаль сара. Һыланған урында ул тиренән эскә үтеп, ҡан әйләнешен яҡшырта, шуның менән организмды һауыҡтырыуға көйләй.

Һарымһаҡ майы табандағы тупаҫланған тирене лә йомшарта.

 

 

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас