Көнгәк
+12 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
21 Марта , 08:00

Алма сәйе эс тә, ауырыма!

Англияла кешеләр беҙҙә норма тип һаналған сирҙәр менән тиерлек ауырымай: «һалҡын тейҙерҙем», «тымау тейҙе», «икенсе аҙна йүткерәм». Унда бындай хәл юҡ тиерлек. Һәм эш климатта түгел (ул унда Питерҙағынан да насарыраҡ), ә инглиздәрҙең  алмалы сәй эсеүендә. Баҡтиһәң, был  физиологик кимәлдә ысынлап та эшләй.

Инглиздәр алманы тура сәйгә турай, әммә тәм өсөн түгел.
Йылытҡанда алма кверцетин бүлеп сығара – был ҡеүәтле тәбиғи шешеүгә ҡаршы сара, ул танау һәм тамаҡтың лайлалы тиресәһен нығыта. Ул тәбиғи антигистамин һәм вирусҡа ҡаршы ҡалҡан кеүек эшләй. Нәҡ ошо тымауҙы, йүткереүҙе  булдырмай.

Бынан тыш, алмалы ҡайнар сәй ҡан тамырҙарын  киңәйтә һәм һулыш юлдарында ҡан әйләнешен көсәйтә. Тимәк, вирус нығынып өлгөрмәй. Был тылсым түгел – был биохимия. Британияла был эсемлекте көн һайын, бигерәк тә ҡышҡыһын эсәләр. Беҙҙә иһә иң күбе – лимон ҡулланалар, ул насарыраҡ эшләй һәм ашҡаҙан ярһыуына килтерә.

Һәм иң мөһиме: инглиздәр был сәйҙе беренсе симптом барлыҡҡа килгәндә эсә – тән аҙыраҡ һыҙлағанда, тамаҡ ҡысытҡанда йәки танау тығылғанда. Беҙ был мәлдә: «Бер ни ҙә юҡ, үҙенән-үҙе үтер», – тибеҙ ҙә ике көндән температура менән йығылабыҙ.

Ябай ҡара йәки үлән сәйе + нәҙек киҫәктәргә туралған ярты татлы алма. 5-7 минуттан эсемлек тәбиғи вирусҡа ҡаршы коктейлгә әүерелә.

Ҡайһы саҡта иң ябайы – иң һөҙөмтәлеһе. Шулай бит, һынап ҡарағыҙ әле! Ярҙам итә.


Алма сәйе эс тә, ауырыма!
Алма сәйе эс тә, ауырыма!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас