Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2021, 13:00

Мөхәббәткә кәртә юҡ!

Башҡортостанда үҙенсәлекле туй булды. Кейәүгә - 72, кәләшкә - 33. Был пар Октябрьскийҙа ололар һәм инвалидтар йорт-интернатында танышҡан.

Мөнир Хәнәфиев һәм Эльвира Басирова өсөн был никах тәүгеһе. Мөнир Абдулхәмит улы Ҡазан музыка училищеһын тамамлаған, «Синтез» төркөмө менән бөтә Советтар Союзын урап сыҡҡан. Хәҙер бер концерт та уның сығышынан башҡа үтмәй.

Эльвира Басирова 2016 йылдың октябренән инвалидтар йортонда йәшәй башлаған. Был ваҡытта ул 28 йәштә булған. Йәш ҡатындың сире тураһында белгәс (Эльвираның аяҡтары менән проблема), интернатта яңы һөнәр үҙләштергән Мөнир уға уңайлы ортопедик аяҡ кейеме теккән, хатта уны орнамент менән биҙәгән.

Улар уртаҡ тел тапҡан, һуңынан өйләнешергә хәл иткән. Хәҙер уларға айырым бүлмә биргәндәр. Йорт-интернатта әйтеүҙәренсә, улар - быйыл өйләнешкән тәүге пар.
"Башинформ" дан алынды.
Читайте нас: