Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2021, 15:00

Иҙән генә йыуа, тимәгеҙ...

Туғандарығыҙ йә таныштарығыҙ араһында йыйыштырыусы булып эшләгәндәр булһа, иҙән генә йыуа бит, тимәгеҙ. Уларҙың ауыр хеҙмәтен аңлап ҡабул итегеҙ, бик булмаһа, ҡулығыҙға сепрәк алып, бер генә көн иҙән йыуып ҡарағыҙ.

Бер көндө редакциябыҙҙы йыйыштырыусы апай ни сәбәплелер эшкә сыҡманы. Иртән килеүемә кабинетымды йыуып, кәрзиндәге сүп-сарҙы түгеп ҡуйыуына өйрәнелгәнгә күрә, эш бүлмәмә килеп инеү менән кәйефем төштө. Бысраҡ урында ла эшләмәйем, ә шулай ҙа тәҙрә тупһаһына, өҫтәлемә апайҙың ҡулы теймәгәне шунда уҡ һиҙелде. Сүп кәрзине лә мине тулы көйөнсә ҡаршы алды.
Бит-ҡул йыуыу урынында ла тәртип аҡһай ине. Ул көндө бер нәмәгә лә ҡағылмаҫҡа тырышыбыраҡ ҡына йөрөнөм. Эш сәғәте бөтөп барғанда апайыбыҙҙың ни сәбәпле эшкә сыҡмауы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, хатта борсола башлағайным инде. Кемдәндер уның эштән бөтөнләй китеүе хаҡында хәбәр алғас, тағы күпме ваҡыт йыуылмаған эш бүлмәмдә ултырыуҙы күҙ алдына килтереп, тамам ҡайғырып киттем. Бәхеткә күрә, был хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәне. Икенсе көндө мине йәнә тап-таҙа кабинет ҡаршы алды.
Йәшерен-батырыны юҡ, беҙҙең йәмғиәттә иҙән йыуыусыға булған мөнәсәбәтте яҡшы тип әйтеп булмай. Хатта тәрбиәһеҙ, мәғәнәһеҙерәк кешеләрҙең уларҙы төрлөсә түбәнһетергә тырышып тороуҙарына ла шаһит булырға тура килгәне бар. Атай-әсәйҙәрегеҙҙең, мәктәптә насар уҡыһаң, иҙән йыуырһың йә урам һеперерһең, тигән һүҙҙәрен иҫләйһегеҙҙер. Ә уйлап ҡараһаң, улар иң ауыр хеҙмәттән һанала һәм һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел.
Былтыр оҙаҡ йылдар подъезыбыҙҙы йыуған апай ҡапыл юҡҡа сыҡты. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, уның сирләп китеүен белдек. Күрше-тирә менән күмәкләп иҙән йыуыусы эҙләй башланыҡ. Бер нисә урынға иғлан да йәбештерҙек, интернетҡа ла яҙҙыҡ, таныш-белештәребеҙгә хәбәр иттек. Эшһеҙлек заманында подъезд йыйыштырырға ризалар сиратҡа баҫыр, тип өмөтләндек. Тик берәү ҙә табылманы. Февраль айынан майға тиклем туҙанда, бысраҡта йәшәнек. Декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, хаҡлы ялдағы апайҙар ҙа сығып иҙән йыуырға теләмәне. Түҙмәйенсә үҙем йыйыштырырға булып киттем. Биш ҡатлы йорттоң тәҙрәләрен, айҙар буйы еүеш сепрәк теймәгән иҙәнен йыуырға нисә биҙрә һыу киткәнен аныҡ ҡына әйтә лә алмайым.
Быға тиклем дә иҙән йыуғандарға хөрмәт менән ҡарай торғайным, подъезд таҙартып сыҡҡас, ул икеләтә генә түгел бишләтә артты.
Кеше күпләп йөрөгән ойошмаларҙа, мәктәп, дауаханаларҙа ишектән ингән һәр кем артынан бысраҡ һөртөп йөрөгән йыйыштырыусыларҙың эш көнө аҙағында ниндәй хәлдә булыуҙарын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Бигерәк тә ямғырлы яҙ-көҙ миҙгелендә уларҙың эше ауырлаша.
Ғүмер буйы уҡыу йортонда эшләгән танышым, көн оҙоно иҙән йыуып арыйым да, өйҙә үҙемдекен һөртөп алырға хәлем дә, көсөм дә ҡалмай, ти торғайны. Үҙҙәрен беләк көсө генә түгел, егәрлелек һәм сабырлыҡ талап иткән хеҙмәткә бағышлағандар булмаһа, донъябыҙ күптән бысраҡҡа батҡан булыр ине.
Туғандарығыҙ йә таныштарығыҙ араһында йыйыштырыусы булып эшләгәндәр булһа, иҙән генә йыуа бит, тимәгеҙ. Уларҙың ауыр хеҙмәтен аңлап ҡабул итегеҙ, бик булмаһа, ҡулығыҙға сепрәк алып, бер көн буйы булһа ла иҙән йыуып ҡарағыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: