Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2021, 16:10

Барыһы ла ҡулланыусылар өсөн

Халыҡты аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы менән тәьмин итеүгә, сифатлы хеҙмәт күрһәтеүгә райондың “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте ҙур өлөш индерә. Бөгөнгө конкурентлыҡ, пандемия шарттарында юғалып ҡалмаған, ҙур тырышлыҡ менән халыҡтың ихтыяжын һәм зауығын өйрәнеп, хеҙмәтте шул талаптарға яраҡлаштырып ойоштора улар.

“Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте мәктәп уҡыусылары туҡланыуына өҫтөнлөк бирә. Ҡаланың ун мәктәп ашханаһын, шулай уҡ ете буфетын хеҙмәтләндерә. Башпотребсоюз системаһы предприятиелары араһында йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше һәм үҙ продукцияһын етештереү буйынса беренселәр иҫәбендә.
Ҡулланыусылар йәмғиәтенең төп бурысы - халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Әлеге көндә 9 магазин ҡуртымға бирелгән, 16-һы ғәмәлдә. Корнеевка ауылы магазины ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә. Сауҙа нөктәһендә мөләйем йөҙлө, асыҡ сырайлы оҙаҡ йылдар эшләгән магазин мөдире Светлана Иванова һәм һатыусылар Әлфиә Кайгулова, Екатерина Кулакова ҡаршы алды. Берҙәм коллектив бер-береһенә ярҙамлашып, татыу эшләй. Ауылда башҡа сауҙа нөктәләре булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәренең даими һатып алыусылары бихисап. Айлыҡ ваҡ тауар әйләнеше 800-900 мең һум тәшкил итә. Былтыр сауҙа залын киңәйтеү буйынса эштәр башҡарылған. Шулай уҡ тауар ассортиментын арттырыу планлаштырыла.
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: