Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2021, 17:32

Иҫ киткес талант эйәһе ине...

“Мосфильм” киноконцернынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй кино сәнғәте ҙур юғалтыу кисерҙе - 5 июлдә 81 йәшлек билдәле совет һәм Рәсәй режиссеры, актер, сценарист, продюсер Владимир Меньшов коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән шәбәйә алмаған.

Иҫ киткес талантлы, ысын мәғәнәһендә, халыҡ режиссерының фильмдарын миллионлаған кеше белә һәм ярата. Күптәр Владимир Меньшовты “Москва слезам не верит”, “Любовь и голуби”, “Ширли-мырли” һәм башҡа киң билдәле совет фильмдары аша белә. Ул РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР, Крупская дәүләт премиялары лауреаты. 1981 йылда уның “Москва слезам не верит” фильмы “Сит ил телендәге иң яҡшы фильм” номинацияһында Оскарға лайыҡ булды.
Уның яҡты образы ижадында, халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: