Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2021, 12:47

Ҡомһоҙлоҡ кешене йыртҡысҡа әйләндерә

Салауатта йәшәгән 1930 йылғы инәйемдең ҡара көнгә йыйған аҡсаһын мутлашыусылар алып сыҡҡас, бик әрнегәйне. Улар һәр тинен михнәт, тир һәм ҡан аша яулап алған бит. Ә был ҡомһоҙлоҡтан күҙҙәре тонған, әхлаҡтың тамсыһы ла булмаған әҙәмдәр үҙ ғүмерҙәрендә нимә генә эшләне икән? Шулай итеп инәйҙе талағандар табылманы, ә эске эштәр бүлегендә ундайҙар күп, ярай үҙе иҫ-н тип йыуатыуҙан уҙманылар. Ә бына Башҡортостанда 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтереүҙәре тураһында ишеткәс, күптәрҙең йөрәге ҡыҫылғандыр. "Башҡортостаным яңылыҡтар" селтәрендә хәбәр ителеүенсә ул ҡәбәхәттәр тотолған

Ҡомһоҙлоҡ кешене йыртҡысҡа әйләндерә
Ҡомһоҙлоҡ кешене йыртҡысҡа әйләндерә

Башҡортостанда 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын үлтереүселәрҙе хөкөм итәләр.

Республика прокуратураһы Ҡыйғы районы һәм Силәбе өлкәһе кешеләренә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарарын раҫланы. Уларҙы талауҙа һәм үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Тәфтишселәр фаразынса, ирҙәр ветерандың йыйған аҡсаһы бар икәнен белгән. Былтыр июль айында улар иҫерек килеш уның өйөнә килеп ингән, туҡмаған һәм аҡса талап иткән. Ветеран уларға 2,4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын сығарып биргән, үҙе төрлө йәрәхәттәрҙән вафат булған. Сентябрҙә енәйәтселәр тотолған. Урмандағы йәшерен урында 1 миллион һумға яҡын аҡса табылған.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: