Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2021, 12:35

"Беҙҙең ауыл" проекты тормошҡа ашырыла

Арыҫлан ауыл биләмәһендә хакимиәт халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу йүнәлешендә даими эш алып бара. Төҙөк ауылдар, ҡупшы йорттар, таҙа урамдар - халыҡтың үҙенән, уның рухынан күтәрелгән тормош талабы. Халҡы тырышып донъя көткән, йәшәгән ерен төрлөсә матурлаған ауылдарға ярҙам итеү өсөн республика һәм район кимәлендә төрлө саралар уҙғарылып тора. Ауыл биләмәһе хакимиәте бар мөмкинлектәрҙе лә файҙаланып ҡалырға саҡыра һәм һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтә.

"Беҙҙең ауыл" проекты тормошҡа ашырыла
"Беҙҙең ауыл" проекты тормошҡа ашырыла

Арыҫлан ауылы “Беҙҙең ауыл” муниципаль проектында ҡатнашырға теләк белдерҙе. 27 июлдә был маҡсатта Арыҫлан ауылы халҡы менән йомғаҡлау йыйылышы үтте. “Арыҫлан ауылының зыяратын төҙөкләндереү” проекты һайланды.  Уны башҡарыуға ауыл халҡы, спонсор һәм ауыл биләмәһе бюджеты үҙ өлөшөн индерәсәк. Һайланған инициатива төркөмө - проектты ғәмәлгә ашырыуҙа, ойоштороу эштәрендә ауыл биләмәһе хакимиәтенә беренсе ярҙамсы.

Был изге эш киләсәгебеҙ, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ өсөн дә бик мөһим, тамырыбыҙҙан һут алып йәшәү өсөн атай-олатайҙарға хөрмәт күрһәтеп, уларҙың рухын шатландырыу зарур. Үткәне булмағандың, киләсәге лә юҡ, ти халыҡ. Йәш быуынға өлгө күрһәтеп, был изге эште дәррәү башҡарып сығырбыҙ, тип ышанабыҙ.

 

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: