Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2021, 09:26

“Вахтовик” ҡатын монологы

...Һөнәрем буйынса ашнаҡсымын, һатыусы таныҡлығым да бар. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ашханала ла, супермаркеттарҙа ла эшләнем. Тик эш хаҡы тауыҡ көлкөһө ине. Ҡуртымға алған фатирға түләүҙән ҡалған аҡсаны тартып-һуҙып байтаҡ ҡына йәшәнек. Ошо аҡсаһыҙлыҡ, хәйерселек арҡаһында өйҙә көн дә тиерлек талаш-ыҙғыш сыға ине. Иремдең Себергә сығып киткеһе килмәй. Йәйен төрлө төҙөлөш ойошмаларында бер аҙ аҡса һуҡҡан була ла, ҡышын ботон күтәреп ята. Бала үҫә, түңәрәктәргә, секцияларға йөрөтөргә машинаһы ла, аҡсаһы ла кәрәк.

“Вахтовик” ҡатын монологы
“Вахтовик” ҡатын монологы

...Һөнәрем буйынса ашнаҡсымын, һатыусы таныҡлығым да бар. Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында ашханала ла, супермаркеттарҙа ла эшләнем. Тик эш хаҡы тауыҡ көлкөһө ине. Ҡуртымға алған фатирға түләүҙән ҡалған аҡсаны тартып-һуҙып байтаҡ ҡына йәшәнек. Ошо аҡсаһыҙлыҡ, хәйерселек арҡаһында өйҙә көн дә тиерлек талаш-ыҙғыш сыға ине. Иремдең Себергә сығып киткеһе килмәй. Йәйен төрлө төҙөлөш ойошмаларында бер аҙ аҡса һуҡҡан була ла, ҡышын ботон күтәреп ята. Бала үҫә, түңәрәктәргә, секцияларға йөрөтөргә машинаһы ла, аҡсаһы ла кәрәк.

Ситкә сығып китеүе еңел булманы, оҙаҡ уйландым. Былай йөрөһәм, фатир ҙа, машина ла, алмаш кейем дә булмаясаҡ тинем дә, тәүәккәлләнем. Өфөлә лә, Мәскәүҙә лә, Питерҙа ла, Пермдә лә эшләнем. Балыҡ цехында ла, ҡунаҡханала йыйыштырыусы ла, һауыт-һаба йыуыусы ла булдым. Шуның иң ҡыйыны, минеңсә, кухня эшсеһе йәки һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсыларға ярҙам итеүсе булғандыр. Бер ялһыҙ ай буйы ун икешәр сәғәт ҡулың һыуҙа булһын әле! Ҡул тиреһе ебеп, сейләнеп, тишелеп бөтә торғайны. Өйгә ҡайтһаң, элек бергә эшләгән әхирәттәр, хеҙмәттәштәр, күршеләр “сибирячка”нан һалдырып килеп етә. Улар, әлбиттә, мин күп аҡса алып ҡайта тип уйлай торғайны. Ә минең эшләгәнем тәүҙә ике яҡҡа юлды ҡапларға һәм бер аҙ йәшәргә генә ҡала ине. “Мах” бирмәнем, бурысҡа һорағандарына биреп торҙом, “йыуҙыр” тигәненә йыуҙырҙым, әммә бер нисә вахтанан һуң бындай күңел асыуҙарҙы ташланым, башҡа төрлө ял итеү сараларын таптым. Ауырлыҡ менән бирелгән аҡсамды экономияларға өйрәндем. Әйткәндәй, һауыт-һаба йыуа башлағас ҡына, аҡса күрә башланым, ашнаҡсылар менән бер сама алып йөрөнөм. “Түҙгән – түш ите ейгән” тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Эштән ана китәм, бына китәм тип йөрөгәндә ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Һәм бына ун йылдан ашыу һөнәрем буйынса эшләйем.

Минең менән эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе лә ситкә ашҡынып тормай, быға иманым камил. Үҙҙәре эштә булһа ла, күңелдәре менән барыһы ла - өйөндә, балалары, ата-әсәһе янында. Эш ваҡытында ла, эш араһында ла балалары менән телефон буйынса йә дәрес әҙерләйҙәр, йә дарыу эсәләр, йә ашарға бешерәләр. Дүртәү эшләйбеҙ, дүртебеҙҙең береһенең генә әлегә ире түҙә. Ҡалғандарыбыҙҙыҡы йә икенсе ҡатынға сығып китте, йә эскегә һалышып, айырылышты. Минеке лә оҙаҡҡа түҙмәне, әммә ситкә сығып киткәнемә үкенмәйем: яңы йорттан фатир алдым, улымды түләүле юғары уҡыу йортонда уҡытам. Әле ул да вахта менән эшләп йөрөй. Икебеҙгә бер булһа ла машинабыҙ бар. Бынан ун биш йыл элек илай-илай сығып китмәһәм, ошоларҙың береһе лә булмаҫ ине. Быны мин үҙем менән элек бергә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап әйтәм. Улар әле булһа ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрә.

Бына, мәҫәлән, әхирәтемде генә алайыҡ. Ире менән икеһенең айлыҡ дөйөм килеме 40 мең тирәһе. Ике балаһы ла - юғары уҡыу йорто студенты. Иғәнә индерергә аҡсалары булмағас, ипотека ла ала алманылар. Фатир алыр өсөн икеңдең береһе Себергә сығып китмәйенсә, өләсәйең-олатайыңдан, әсәйең-атайыңдан мираҫҡа ҡыҫыҡ бер бүлмә булһа ла ҡалмаһа, бындағы эш хаҡына нисек кенә тырышһаң да, ҡыйыҡлы булып булмай.

Бында, мин эшләгән ойошмала, төрлө милләт кешеләре эшләй. Шулай ҙа күбеһе - Башҡортостандан. Айырыуса Баймаҡтан күптәр. Шулай уҡ республиканың төньяғынан байтаҡ кеше эшләй. Барыһы ла берҙәм, дуҫ, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Башҡа тарафтарҙан килгәндәр ҙә башҡорттарҙың татыу булыуын билдәләй. Ғөмүмән, ярҙамсыллыҡ – бында, ситтә йөрөгәндә, иң кәрәкле сифат. Унһыҙ булмай, бында үҙен генә ҡайғыртҡандар оҙаҡ тотҡарлана алмай.

Былтыр эштән ҡайтҡанда баш ҡалала туҡталғайным. Шунда “Өйҙә эшләү - бәхет” тигән лозунгыны күреп ҡыуанғайным. Үҙ өйөңдә йәшәп, тыуған ереңдә файҙалы булып, шунда эшләүгә етмәй бит инде. Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡоторғандан сығып китмәгән. Республикала яҡшы эш хаҡы менән яңы эш урындары барлыҡҡа килһә, әлбиттә, береһе лә Яҡутстанға, Ямалға, Камчаткаға йәки Мәскәүгә тип сығып китмәҫ ине.

Яҡын киләсәктә Башҡортостанда индустриаль, агросәнәғәт һәм технопарктар төҙөлмәһә, белмәйем, халыҡ, айырыуса ир-егет ни эшләр инде?

Интернетта ла, киң мәғлмәт сараларында ла ситтә йөрөгәнсе, ҡайтып үҙ эшен асһалар, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһәләр, бөтөп барған ауылдарҙы тергеҙһәләр була инде, тигән фекер һуңғы осорҙа йыш осрай. Әгәр ҙә урындағы халыҡтың кеҫәһендә аҡса булмаһа, һинең асҡан магазиныңа кем барыр? Мин бына үҙем ҡала ситендә сәйхана асыу хыялы менән янам. Тик унда кем йөрөр? Юл буйы кафеһы түгел, эҫе сәй эсеү урыны. Һөтләп, ҡоймаҡлап, баллап... Үлән сәйҙәре, буҙа, ҡымыҙ һатыуҙы ла ойошторорға булыр ине. Ауылды тергеҙеү, крәҫтиән-фермерлыҡ хужалыҡтарын асыу өсөн дә башланғыс капитал кәрәк. Шуға әлегә өйҙә, йәғни “Тыуған яҡта эшләү – бәхет” тигән лозунгы беҙҙең өсөн түгел. Ғөмүмән, эшселәрҙе, белгестәрҙе республикала ҡалдырыу буйынса аныҡ программа кәрәк, минеңсә. Артабан да ошолай дауам итһә, ғаиләләр айырылышып, тарҡалып бөтәсәк. Оҙаҡ йылдар эшләү тәжрибәһенән сығып әйтәм: айҙар, йылдар буйы ситтә йөрөп, ир-егеттәрҙең үҙ ғаиләләренән, балаларынан ситләшеү осрағы тураһында күп ишеткәнем, күргәнем бар. Бала тәрбиәләүҙә ҡатнашмайҙар, уларҙың проблемаларынан ситтә торалар. Ҡайтҡас, ҡунаҡ ҡына булып йөрөйҙәр ҙә тағы - эшкә, сөнки туйҙарҙы, юбилейҙарҙы уның ҡайтыуына тура килтереп үткәрәләр. Өйөндәге күп мәсьәләне белмәй ҙә ҡалалар, аҙаҡтан иһә белгеләре, төшөнгөләре лә килмәй башлай. Аралашҡанда хатта шундай фекер белдереүселәр ҙә бар: ҡайтып, бер-ике аҙна булғандан һуң, күптәр кире эшкә китергә теләй, сөнки бында, йәғни ситтә ике ҡулға - бер эш, ашарға әҙер, бер ниндәй проблема хәл итергә түгел. Бына шуныһы бигерәк тә аяныслы...

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

“Вахтовик” ҡатын монологы
“Вахтовик” ҡатын монологы
Автор:Лена Абдрахманова