Конгэк
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2021, 17:03

Хәйерсе булыуҙың төп сәбәбе - аңда

Интернет селтәрендә Наталья Грейстың “Генетик хәйерселектең дүрт сәбәбе” исемле яҙмаһына тап булдым. Авторҙың китабын тотоп уҡып ҡарағаным булмаһа ла, уның ҡанундары тураһында мәҡәләләр быға тиклем дә ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Ул һәр ваҡыт үҙенең уйланыуҙарын, фәлсәфәүи фекерҙәрен тормошта үҙе осратҡан миҫалдар менән дәлилләүе менән иҫтә ҡала. Ни өсөн хәйерселек менән бысраҡлыҡ, сүп-сар һәр ваҡыт бер-береһен оҙатып йөрөүенең дүрт сәбәбен дә төрлө ваҡиға менән иҫбатлай. “Грейс закондары”, бәлки, һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр.

Хәйерсе булыуҙың төп сәбәбе - аңда

Интернет селтәрендә Наталья Грейстың “Генетик хәйерселектең дүрт сәбәбе” исемле яҙмаһына тап булдым. Авторҙың китабын тотоп уҡып ҡарағаным булмаһа ла, уның ҡанундары тураһында мәҡәләләр быға тиклем дә ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Ул һәр ваҡыт үҙенең уйланыуҙарын, фәлсәфәүи фекерҙәрен тормошта үҙе осратҡан миҫалдар менән дәлилләүе менән иҫтә ҡала.

Ни өсөн хәйерселек менән бысраҡлыҡ, сүп-сар һәр ваҡыт бер-береһен оҙатып йөрөүенең дүрт сәбәбен дә төрлө ваҡиға менән иҫбатлай. “Грейс закондары”, бәлки, һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр.

Беренсеһе – менталитет

“Хәйерселеккә илткән сәбәптәрҙең беренсеһе - менталитет, - ти психолог, оратор, бизнес-тренер, яҙыусы Наталья Грейс. -

Бала саҡта класташ ҡыҙыҡайҙың өйөндә ололар күрмәгәндә йыш ҡына диванда һикерҙек. Урыны-урыны менән өҫкә ҡалҡып торған пружиналар, дивандан ҡалҡҡан саң болото беҙҙе ифрат шатландыра ине, - ти ул. - Тик егерме йылдан һуң бала саҡ дуҫыма ингәндә мөйөштә беҙ һикереп уйнаған шул уҡ диванды күреп бик ғәжәпләндем.

Ул бик үҙгәрмәгәйне, әммә мине был юлы өйҙөң шул тиклем ярлы булыуы аптыратты. Эстән генә, яңы диван алыу, бысранып бөткән ултырғыстарҙы, ватылған урынына шоколад тышы йәбештерелгән көҙгөнө алмаштырыу күпмегә төшөр ине икән, тип иҫәпләйем. Әхирәтем менән һөйләшкән арала күңелдән генә түшәмде ағарттым, стенаға яңы обой йәбештерҙем. Себен эҙҙәре ҡалған тәҙрәләрҙе йыуғым, диван аҫтынан тырым-тырағай күренеп ятҡан таяҡтарҙы, ҡатырғаларҙы, ойоҡ менән бәйләнгән гөл һауытын сығарып бәргем килде. “Аҡсалары юҡтыр, бәлки?” - тип уйлайым... Әммә аҡылым бының менән килешмәй һәм арзанға булһа ла, ағас төҫөндәге пленка алып, өҫтәлде йәбештерергә ҡуша. Ҡайҙа ғына ҡараһам да, күҙем боҙоҡ, иҫке, бысраҡ нәмәгә, сүп-сарға төртөлдө.

Шул саҡ, нисек уйлайһың, ни өсөн хәйерселек булған ерҙә һәр ваҡыт бысраҡ, тигән уй ҡалҡты башымда. Әгәр ҙә “һәр ваҡыт”ты ҡайһы берҙә, йыш ҡына тип үҙгәртһәк тә, бер нәмә лә үҙгәрмәй. Бысраҡлыҡ - ул аҡсаһыҙлыҡ күренеше түгел, менталитет. Уйлап ҡарағыҙ: бысраҡлыҡ, сүп-сар - ул менталитет сағылышы, ярлылыҡ менән бысраҡлыҡ  - күрше булғас, хәйерселек тә - үҙенә күрә менталитет инде.

Хәйерселек - ул йыуылмаған баштан башлана.

Икенсеһе - мещанлыҡ.

Мәктәптә мине әҙәбиәттән иҫ киткес яҡшы, аҡыллы уҡытыусы - Тамара Григорьевна уҡытты. Уның әйткән фразаһын ғүмерлеккә иҫтә ҡалдырҙым. Дәрестә кемдер, мещанлыҡ нимәне аңлата ул, тип һораны. Уҡытыусым шулай тип яуап бирҙе: “Мещанлыҡ - ул сервантта яңы һауыт торғанда иҫкереп бөткәненән эсеү”. Күп кенә кеше “ҡара көн”гә тип, аҡса йыя. Күптәрҙең сервантында ҡунаҡҡа тигән яңы сынаяғы ултыра. Тик байрамдар ҙа, ҡунаҡтар ҙа һирәк килә, ә тормошобоҙҙа күберәк - ғәҙәти көндәр. Кем яҡшы киләсәк көтөп йәшәй, уға ундай көн бер ҡасан да килмәй.

Шул ваҡытта мин шуны аңланым: хәйерсе булыу, бысраҡта йәшәү - оят. Торлағыңда, артабан балаларыңдың менталитетында сағыласаҡ башыңдағы “емереклек” - оят.

Бер нәмә лә эшләмәй яҡшы киләсәк көтөп йәшәү емереклеккә килтерә.

Өсөнсөһө - “Золушка комплексы”.

Бер үҙе ике ҡыҙ тәрбиәләгән ҡатынды беләм. Дача алырға тип, ул егерме йылдан ашыу аҡса йыйҙы. Ҡыҙҙар ярым ас йәшәне, оло ҡыҙы ихатаға тубығы ямалған иҫке вельвет салбарҙа сығырға оялыуы тураһында һөйләгәйне. Ҡыҙ үҫкән һайын ни ғиллә менәндер салбар ҙа үҫте. Баҡһаң, әсәһе ҡыҙына ҙур салбар һатып алып, балағын эскә бөкләп тегеп кейҙергән дә, ҡыҙы үҫкән һайын яйлап балаҡты һүтеп төшөргән.

Дәүләт кешегә етеш йәшәргә бирмәй, тимәгеҙ. Мин системаны түгел, ә мейеләге сереклекте әрләйем. Шул уҡ аҡсаға хәйерсе булырға ла, лайыҡлы йәшәргә лә мөмкин. Әсәһе дача һатып алғас, ике ҡыҙҙың береһен дә ул ҡыҙыҡһындырманы, киреһенсә, бер туҡтауһыҙ әсәләренә ҡатын-ҡыҙ булырға өйрәтмәгәненә үпкә белдерҙе. Ҡыҙҙарҙа “Золушка принцибы” формалашҡан була. Туҙған креслолар, иҫкергән һауыт-һаба, уңған таҫтамал күреп, ете йыллыҡ пальто кейеп үҫкән ҡыҙҙар һөҙөмтәлә үҙҙәренә аҡса тотонорға йәлләй.

Ҡыҙҙар үҙенә нимәлер һатып алғандан һуң, уларҙың кәйефтәре төшә, яңы әйбергә лайыҡ булмаған һымаҡ тоя үҙҙәрен. Генетик хәйерселек бына ошо була инде. Ул - аңда, күҙәнәктәрҙә, ҡанда, һөйәктә.

Үҙегеҙгә аҡса тотонорға ҡурҡыу һеҙҙе хәйерсе итә.

Дүртенсеһе - программалау.

Ҡупҡан, иҫкергән, төҫө бөткән әйбер күреп үҫкән балалар төпкөл аңда хәйерселеккә программалана. Үҫмерлек осоронда уҡ улар уның ауырлығын аңлай башлай. Антон Чехов та бысраҡ коридор, төҫө бөткән стеналар студенттың белем алыу һәләтенә насар йоғонто яһай, тип әйткән.

Һеҙ, бәлки, ярлылыҡты күрә алмау ҡайһы бер кешеләрҙе аҡса эшләргә, байырға этәрә, тиерһегеҙ, әммә мин һеҙгә, хәйерселектең ауырлығынан күп кеше һынып ҡалыуы тураһында әйтәм. Шуға күрә хәйерселекте үҙегеҙҙән ҡыуығыҙ. Миңә шул тиклем “Байлыҡ - ул аҡыл торошо” тигән фраза оҡшай. Шулай булғас, хәйерселек тә - аҡыл торошо. Һеҙҙең аҡылығыҙ һәм фекерҙәрегеҙ торошо”.

Лена Абдрахманова.

  

Хәйерсе булыуҙың төп сәбәбе - аңда
Автор:Лена Абдрахманова