Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2021, 15:55

Тырышлыҡ – уңыш нигеҙе

Республика халҡы “Яҡташтар” проекты сиктәрендә иң лайыҡлы һәм хөрмәтле граждандарҙы билдәләне.

Тырышлыҡ – уңыш нигеҙе
Тырышлыҡ – уңыш нигеҙе

Республика халҡы “Яҡташтар” проекты сиктәрендә иң лайыҡлы һәм хөрмәтле граждандарҙы билдәләне. Проект активистары гражданлыҡ йәмғиәтен нығытыу, республика халҡын фекерҙәштәр булараҡ ойоштороу йәһәтенән уҙғарылған акцияларҙа ҡатнашты.  Ай ярым дауамында ирекмәндәр төбәктәге һәр муниципалитетта, тораҡ пункттарҙа, беҙҙең замандаштар, үҙ эше менән танылғандар араһында анкета уҙғарҙы. “Яҡташтар” проекты 15 номинацияла билдәләнде: һаулыҡ һаҡлау; мәғариф; мәҙәниәт һәм сәнғәт; ижтимағи эшмәкәрлек; күп балалы ғаилә; ҡаһарманлыҡ ҡылған кеше; ҡораллы көстәр; ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция; журналистика һәм әҙәбиәт; спорт; ауыл хужалығы; төҙөлөш; транспорт; сәнәғәт; эшҡыуарлыҡ; дәүләт эшмәкәрлеге.

 

Уҙған аҙна ҡаланың спорт һарайында физкультурниктар көнөнә арналған сарала, спортсмендар, тренерҙар, сәләмәт тормош яҡлы ҡунаҡтар йыйылды. Тантанала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов спорт өлкәһендә алдынғыларҙы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Шулай уҡ районыбыҙҙың “Яҡташтар” проектында еңгән лайыҡлы шәхестәрҙе ҡотланы. Мәғлүмәт үҙәге директоры Елена Мазиева - Журналистика һәм әҙәбиәт , “Ашҡаҙар” хужалығы директоры Илдус Хәлитов - Ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең слесарь-сантехнигы Фәнис Бикташев - Сәнәғәт ,

шәхси эшҡыуар Евгений Коннов - Эшҡыуарлыҡ,

социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт урынбаҫары Геннадий Шлычков - Дәүләт эшмәкәрлеге номинацияларында

абруйлы замандаштарға Дипломдар тапшырылды. Елена Гайнцева етәкселегендәге гимнастика тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында сағыу сығыштары байрамға йәм өҫтәне.

Тырышлыҡ – уңыш нигеҙе
Тырышлыҡ – уңыш нигеҙе
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: