Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2021, 10:00

Яҡты эҙ ҡалдырған кеше

Беҙҙең өсөн Сибәғәт Әбделхәй улы Ғәйнуллин һәр саҡ изгелекле, эшлекле, тыуған еренең ысын улы булып хәтерҙә ҡаласаҡ.  

Яҡты эҙ ҡалдырған кеше
Яҡты эҙ ҡалдырған кеше

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Халыҡтар дуҫлығы” орденына лайыҡ Салауат исемендәге хужалыҡтың элекке етәксеһе Сибәғәт Әбделхәй улы Ғәйнуллиндың арабыҙҙан китеүенә лә бөгөн бер йыл тулды.

Һоҡланғыс сифаттарға эйә, кешелекле, кеселекле шәхес лайыҡлы тормош юлын үтте, ғүмерен тыуған еренә бағышланы, район үҫешенә тос өлөш индерҙе. Тәрән хөрмәткә лайыҡ Сибәғәт Ғәйнуллин хеҙмәт юлын Салауат исемендәге колхозда тракторсы булып башланы. Һәр ваҡыт алға ынтылған, тырыш, маҡсатлы, эшһөйәр ир-егет етәксе вазифаларына күтәрелде. Тыуып үҫкән Ергән ауыл биләмәһе башлығы бурысын үтәгән осорон урындағы халыҡ йылы һүҙ, сикһеҙ рәхмәт менән телгә ала. Намыҫлы етәксе халыҡ йәшәйешен хәстәрләүгә ҡоролған байтаҡ эш башҡара. Ике тиҫтә йылдан ашыу Салауат исемендәге кооперативты етәкләгән эшмәкәрлеген дә баһалап бөткөһөҙ. Уның тырышлығы, инициативаһы, алдынғы ҡарашы арҡаһында бар яҡлап та үҫешкән, алға киткән юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡ республика ғына түгел ил кимәлендә танылыу ала. Сибәғәт Әбделхәй улы ярҙамсыл, ғәҙел, алсаҡ булыуы менән яҡташтарының ихтирамын, ышанысын яулап, район, республика, ил етәкселеге, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Ғаиләһендә ул хәстәрлекле ир, атай, олатай булды. Тынғыһыҙ тормошонда ул янып йәшәне, иртәгәге көндө һәр саҡ хәстәрләне.

Беҙҙең өсөн Сибәғәт Әбделхәй улы Ғәйнуллин һәр саҡ изгелекле, эшлекле, тыуған еренең ысын улы булып хәтерҙә ҡаласаҡ.  Ул –  оҫта етәксебеҙ, остазыбыҙ, өлгөбөҙ. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр!

Салауат исемендәге кооператив хакимиәте һәм коллективы.

Яҡты эҙ ҡалдырған кеше
Яҡты эҙ ҡалдырған кеше
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: