ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2021, 14:34

Атайыма 100 йәш тулыр ине

«Һикһән өс йәшендә донъя ҡуйған ҡәҙерле атайым һуғыш ветераны Шәнгәрәй Хафиз улы Күсмәевҡа ошо көндәрҙә 100 йәш тулыр ине. Һеҙҙең иғтибарға уны иҫкә алып яҙған шиғырымды тәҡдим итәм. Атайым һыйыр тиҙәге туңғас тыуғанмын тиер ине», -  тип яҙа Хәлиҙә Шәйәхмәтова.

Атайыма 100 йәш тулыр ине
Атайыма 100 йәш тулыр ине

Атайыма йөҙ йәш булыр ине

 

Бөгөн күңелле лә, күңелһеҙ ҙә -

Атайыма йөҙ йәш булыр ине.

Әгәр иҫән булһа, яныбыҙҙа

Бик ҡәнәғәт ауыҙ йырыр ине.

Атайымдың юбилейы бөгөн,

Ул, беҙҙеңсә, матур йәшәне.

Һикһән өстә китте, бер генә лә

Ҡартайғанмын инде, тимәне.

Уның тыуған көнөн күмәкләшеп

Билдәләнек, бергә иҫкә алдыҡ.

Атай беҙгә һәр саҡ өлгө булды,

Бар сифатты унан алып ҡалдыҡ.

Аслыҡ йылы был донъяға килеп,

Ике йәштән ҡалған атайһыҙ,

Яу яланынан да иҫән ҡайтҡан,

Ғүмере эштә үтте, ал-ялһыҙ.

Йөҙ ҡыҙартыр улдар үҫтермәне,

Ҡыҙҙары ла әҙәп-тәртиптә

Разый булып ятһын атайыбыҙ,

Уны онотмайбыҙ, ул иҫтә!

Атайыма 100 йәш тулыр ине
Атайыма 100 йәш тулыр ине
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: