Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2021, 10:00

Бала күңеле - быяла

Әҙәм балаһы өсөн тән һаулығынан тыш, күңел һаулығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы йылдарҙа психолог һөнәренә ихтыяж арта. Бигерәк тә балаларҙың теле һуңыраҡ асылыуына бәйле йыш һорауҙар тыуа. 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы психологы Наилә Әминева үҙенең кәңәштәрен тәҡдим итә: - Бала менән аралашҡанда тыныс, ашыҡмайынса, бер аҙ әкренерәк һәм дөрөҫ итеп һөйләшегеҙ, сөнки уларҙың ишетеү-һөйләшеү аппараты тейешенсә үҫешмәгән: барыһын да аңлап бөтөрмәҫкә мөмкин. Әгәр бала үҙ фекерен еткерә алмаһа, ижектәрҙе йотһа, урындарын алмаштырһа, уға ярҙам итеп ебәрергә кәрәк. Ул әйтә алмаған һүҙҙәрҙе уйын формаһында бер нисә ҡат ҡабатлатып, һуңынан маҡтап ҡуйыу уңышлы. Был ваҡытта артыҡ талапсанлыҡ урынһыҙ, барыһын да бала үҙе теләп башҡарырға тейеш. Барып сыҡмай икән, иртәгәгә ҡалдырырға була, ләкин баланы ирекһеҙләү, мәжбүриләү ярамай. Сабыйҙарҙың күп “бытылдауы”на ҡаршы килмәгеҙ, улар шулай һөйләм органдарын күнектерә. Ваҡытынан алда, бигерәк тә уларҙың теләгенән башҡа хәреф танырға, уҡырға өйрәтергә ашыҡмағыҙ: уҡыуға ынтылышын һүндереүегеҙ ихтимал. Ҡайһы бер бала дөрөҫ итеп иртә һөйләшергә өйрәнә. Шулай ҙа уларҙың һөйләм аппараты үҫеше етлекмәгәнен иҫтән сығармағыҙ. Ҙур күләмле шиғырҙар ятлатыу, ҡунаҡтар алдында мәжбүри һөйләтергә тырышыу кәрәкмәй. Уларҙың барыһы ла телмәр тотлоғоуына килтерергә мөмкин. Бала үҙ йәштәштәренән ҡалышыбыраҡ һөйләшә башлай икән, бынан фажиғә яһарға кәрәкмәй, бала менән уйындар уйнарға, предметты исеме буйынса танырға - пассив һүҙлек булдырырға тырышығыҙ. Баланың оҙаҡ ваҡыт телевизор ҡарауы, компьютер уйындары менән мауығыуы ла уға файҙаға түгел.

Бала күңеле - быяла
Бала күңеле - быяла

Әҙәм балаһы өсөн тән һаулығынан тыш, күңел һаулығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Һуңғы йылдарҙа психолог һөнәренә ихтыяж арта. Бигерәк тә балаларҙың теле һуңыраҡ асылыуына бәйле йыш һорауҙар тыуа. 15-се “Гүзәл”  балалар баҡсаһы психологы Наилә Әминева үҙенең кәңәштәрен тәҡдим итә:

- Бала менән аралашҡанда тыныс, ашыҡмайынса, бер аҙ әкренерәк һәм дөрөҫ итеп һөйләшегеҙ, сөнки уларҙың ишетеү-һөйләшеү аппараты тейешенсә үҫешмәгән: барыһын да аңлап бөтөрмәҫкә мөмкин.

Әгәр бала үҙ фекерен еткерә алмаһа, ижектәрҙе йотһа, урындарын алмаштырһа, уға ярҙам итеп ебәрергә кәрәк. Ул әйтә алмаған һүҙҙәрҙе уйын формаһында бер нисә ҡат ҡабатлатып, һуңынан маҡтап ҡуйыу уңышлы. Был ваҡытта артыҡ талапсанлыҡ урынһыҙ, барыһын да бала үҙе теләп башҡарырға тейеш. Барып сыҡмай икән, иртәгәгә ҡалдырырға була, ләкин баланы ирекһеҙләү, мәжбүриләү ярамай.

Сабыйҙарҙың күп “бытылдауы”на ҡаршы килмәгеҙ, улар шулай һөйләм органдарын күнектерә.

Ваҡытынан алда, бигерәк тә уларҙың теләгенән башҡа хәреф танырға, уҡырға өйрәтергә ашыҡмағыҙ: уҡыуға ынтылышын һүндереүегеҙ ихтимал.

Ҡайһы бер бала дөрөҫ итеп иртә һөйләшергә өйрәнә. Шулай ҙа уларҙың һөйләм аппараты үҫеше етлекмәгәнен иҫтән сығармағыҙ. Ҙур күләмле шиғырҙар ятлатыу, ҡунаҡтар алдында мәжбүри һөйләтергә тырышыу кәрәкмәй. Уларҙың барыһы ла телмәр тотлоғоуына килтерергә мөмкин.

Бала үҙ йәштәштәренән ҡалышыбыраҡ һөйләшә башлай икән, бынан фажиғә яһарға кәрәкмәй, бала менән уйындар уйнарға, предметты исеме буйынса танырға - пассив һүҙлек булдырырға тырышығыҙ.

Баланың оҙаҡ ваҡыт телевизор ҡарауы, компьютер уйындары менән мауығыуы ла уға файҙаға түгел.

Кескәй саҡтан үҙ йәшенә тура килгән шиғырҙар, әкиәттәр уҡырға тырышығыҙ. Беренсенән, уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур, икенсенән, баланың һүҙлек запасы байый, телгә иғтибары арта.

Һөйләшкәндә кәмселектәрҙе булдырмаҫ өсөн, балаларҙың ишетеү-һөйләү аппаратының нормала икәнлеген, һиҙемләү-тойомлау тейешле кимәлдә булыуын һәр саҡ күҙәтергә кәрәк.

Балаларҙы иғтибар менән тыңларға, бүлдермәҫкә, кәрәгенән артыҡ ҡысҡырып һөйләшмәҫкә бәләкәйҙән өйрәтергә кәрәк.

 

Фото интернеттан.

Бала күңеле - быяла
Бала күңеле - быяла
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: