Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2021, 09:32

Эҙҙәр ҡалды ҡағыҙ битендә...

Дуҫым менән телефон аша йыш һөйләшеп торҙоҡ. 1 декабрҙә Сәлмәнде 67 йәше менән ҡотлап алдым. Театр йылы итеп иғлан ителгән Яңы 2019 йылға аяҡ баҫтыҡ... Ә инде 4 ғинуарҙа дуҫым беҙҙе мәңгелеккә ташлап, арабыҙҙан китеп бар­ҙы. Быйыл 1 декабрҙә 70 йәшен тултырырға тейеш ине...

Эҙҙәр ҡалды ҡағыҙ битендә...
Эҙҙәр ҡалды ҡағыҙ битендә...

Йылдар алға тәгәрәгән һайын, бала саҡ, йәшлек һәм студент саҡтар артта ҡалғандан-ҡала барып, зәңгәр томан артына инеп юғала. Үткән тормош юлы яҡты хәтирәләр булып күҙ алдына килеп баҫа. Минең бөгөн әйтәһе һүҙем дуҫым Сәлмән Миңлеғужа улы тураһында.

 

1970 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының актерҙар бүлегенә имтихан тоттом һәм уны уңышлы тапшырып, беренсе курс студенты булып киттем. 1 сентәбрҙә уҡырға килгәндә беҙҙең курста Сәлмән Яҡупов та бар ине. Ул өҫтәмә ҡабул итеү ағымына эләгеп, имтихан тапшырған. Шуға күрә юлдарыбыҙ киҫешмәгән икән. Сәлмән менән бик тиҙ аралашып, дуҫлашып киттек, дө­йөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек. Тиҙҙән уның шиғырҙар, хикәйәләр яҙғанын белеп ҡалдым. Ул ижад эшенә бер ҙә хыянат итмәне, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне. Шиғырҙарын беҙгә лә уҡып ишеттерә ине. Тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле, рухлы, тәбиғәткә һоҡланыу һәм һөйөү кисерештәре менән һуғарылған ине улар. Институтта уҡыған осорҙа беҙ бер стипендияға ҡарап ҡалманыҡ. Буш ваҡытта тауар вагондарын бушатырға ла, урам һеперергә лә, ҡар көрәргә лә, “Балалар донъяһы” магазинында картон, ҡағыҙ киҫәктәренән ҡаптар эшләргә лә тура килде. Өс йыл рәттән йәйге каникулда төҙөлөш отряды менән эшкә йөрөнөк.  Шулай итеп матди хәлебеҙҙе хәстәрләнек.

Сәлмәндең ата-әсәһе бик һәйбәт, изге күңелле кешеләр ине. Атаһы Миңлеғужа ағай – фронтовик, ауыр һуғыш юлы үтеп, еңеү яулап ҡайтҡан. Туғыҙ балаға ғүмер биреп, уларға яҡты киләсәк юрап, тормош юлына баҫтырған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Түбәнге Таш ауылында колхозда бригадир булып эшләгән ағай тыныс холоҡло, баҫалҡы, аҡыллы, кешеләргә кәңәшен биреп, хөрмәт ҡаҙанған асыҡ күңелле булып халыҡ хәтерендә ҡалған. Әсәһе Рая Зиннәт ҡыҙы ла аш-һыуға оҫта, уңған, йомарт, изгелекле апай ине. Бына ҡайҙан килгән икән Сәлмәнгә тыныс, йомшаҡ күңел, кеше өсөн йән атыр, һәр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер сифаттар.

Студент йылдарын, әлбиттә, оноторлоҡ түгел. Ҡайнап-гөрләп үткәргән йәшлек йылдары, яҡты хәтирәләр - үҙе бер ғүмер.

1974 йылда институтты тамамлап, ҡулыбыҙға диплом алғас, төрлөбөҙ төрлө театрға таралыштыҡ. Мин Салауат башҡорт дәүләт драма театрына, ә Сәлмән Өфөнөң дәүләт циркына йүнәлтмә алдыҡ. Көҙгә дуҫым армия сафына алынды. Хат яҙышып торҙоҡ. Бер йылдан мин дә һалдат итеген кейҙем.

Сәлмән менән 1977 йылда уның туйында осраштыҡ. Һарыш ауылында гөрләтеп үткәрҙек мәжлесте. Ул саҡта дуҫым район мәҙәниәт йортоноң директор вазифаһын башҡара ине. Тиҙҙән йәш белгес башҡорт театр коллективы төҙөп, уға халыҡ театры тигән маҡтаулы исем алыуға өлгәште. Тамашасы һөйөүен яулаған бик күп әҫәрҙәр сәхнәләштерелде. Тырыш хеҙмәт Маҡтау грамоталары, дипломдар менән бүләкләнде.

Миңә лә театрҙан китергә тура килде. Нефтехимиктар мәҙәниәт йортона эшкә саҡырҙылар. Халыҡ театрында режиссер вазифаһын башҡарҙым. Дуҫым менән араларыбыҙ бер ҙә һыуынманы. Һәр саҡ шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙ менән уртаҡлашып, аралашып йәшәнек. 2001 йылда Ергән ҡасабаһына күсендем, Салауатҡа йөрөп эшләүемде дауам иттем. Алты йылдан һуң Ергәндәге яңы мәҙәниәт йортона директор вазифаһына тәғәйен­ләнеләр. Бында ла театр коллективын ойоштороп ебәрҙем, 2009 йылда халыҡ театры маҡтаулы исемен алдыҡ.

Сәлмән Яҡупов сәхнә әҫәрҙәре, пьесалар яҙырға оҫта ине. “Бирегеҙ йөрәгемде” драмаһын ике ай эсендә сәхнәгә сығарҙыҡ. Сәлмән тормош иптәше Тәнзилә менән килеп ҡараны, райондан да ҡунаҡтар саҡырылғайны. Тамашасы бик йылы ҡабул итте ижади эшебеҙҙе, дуҫым да ҡәнәғәт ҡалды, артистарға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

... Беҙҙең Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр кафедраһы 2018 йылдың ноябрь башында 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сәлмән менән беҙ ҙә саҡырылғайныҡ. Курсташтар, иҫән ҡалған уҡытыусыларыбыҙ менән күрешеп ҡыуандыҡ. Сағыу кисәне ойошторған курс­ташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, театр кафедраһының етәксеһе Таңсулпан Бабичеваға әле лә рәхмәтлебеҙ. Дәртләнеп, шатланып, артабан эшләргә яңы көс, илһам алып ҡайттыҡ беҙ ул күркәм саранан.

Дуҫым менән телефон аша йыш һөйләшеп торҙоҡ. 1 декабрҙә Сәлмәнде 67 йәше менән ҡотлап алдым. Театр йылы итеп иғлан ителгән Яңы 2019 йылға аяҡ баҫтыҡ... Ә инде 4 ғинуарҙа дуҫым беҙҙе мәңгелеккә ташлап, арабыҙҙан китеп бар­ҙы. Быйыл 1 декабрҙә 70 йәшен тултырырға тейеш ине...

Изге, киң күңелле кеше, шағир, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Сәлмән Яҡупов беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр, уның шиғырҙары, хикәйәләре, пьесалары үҙ уҡыусыһын әленән-әле шатландырып торор.

Мәҡәләмде лә дуҫымдың шиғыр юлы менән тамамлағы килә.

Баҫам әле Тормош Дәфтәремдең

Яҙылмаған ап-аҡ битенә...

“Шиғыр, шиғыр”, тиеп табандарым

Ҡағылалар ҡағыҙ ситенә,

Эҙҙәр ҡалды ап-аҡ битендә.

Эҙҙәр ҡала, эҙҙәр... Йөрәгемдең

Ҡайнарлығы күсә табанға.

Бер үк һаҡла, Тәңрем, хаталарҙан,

Ниҙәр булмаҫ яҙмыш яҙғанда,

Ябалаҡлап ҡарҙар яуғанда!

Тәлғәт МӨХӘМӘҘУЛЛИН,

БР Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

 

Эҙҙәр ҡалды ҡағыҙ битендә...
Эҙҙәр ҡалды ҡағыҙ битендә...
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: