Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2022, 09:55

Араларҙы бәйләй почтальон

- Эттән тешләнмәгән почтальон булмайҙыр ул, - ти ул, минең һорауыма яуап итеп. Уның үҙенә эттәр ике тапҡыр ташлана, әммә был осраҡ та Мәрүәр Камил ҡыҙын эштән китергә мәжбүр итә алмай.

Араларҙы бәйләй почтальон
Араларҙы бәйләй почтальон

Элек-электән ҡар тимәй, ямғыр тимәй, ауыр сумкаһын күтәреп өйҙән-өйгә йөрөгән хат ташыусыға кешеләр айырым хөрмәт менән ҡараған. Уларҙы һәр йортта көтөп алынған ҡунаҡтай ҡаршы алғандар. Почтальондың еңел булмаған хеҙмәтен һәр кем атҡара алмай, ул бары тик сабыр, түҙем һәм егәрлеләр эше. 

Беҙҙең ҡаланың ун алты урамын хеҙмәтләндергән Мәрүәр Чеплакова ла тап шундай сифаттарға эйә кеше. 2012 йылдан бөгөнгә тиклем ул кешеләргә сәләм хаттары ташый, гәзит-журнал тарата.

- Был өлкәгә мин хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына килдем, уға тиклем төрлө урындарҙа эшләргә тура килде, ауыр булһа ла, үҙ эшемде яратып башҡарам, - тип йылмайып ҡаршы алды беҙҙе Мәрүәр Камил ҡыҙы. Һөйләшеү барышында ла янымда еңел булмаған хеҙмәтенә һис зарланмай, уның тураһында йылмайып-көлөп бәйән итеп ултырған әңгәмәсемә һоҡланыуым арта бара.

Оҙаҡ йылдар дауамында ҡаланың башлыса шәхси йорттарҙан торған ун алты урамын, Урман комбинаты майҙанын, «Йәшел хужалыҡ», «Водоканал», «Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре», «Мәләүезгаз» һәм башҡа ойошмаларҙы хеҙмәтләндергән почтальон юлды башлыса йәйәү үтә. Ваҡытлы матбуғатты ғына түгел, рәсми хаттарҙы, түләү квитанцияларын да халыҡҡа ваҡытында алып барыу бурысы ята уның иңендә.

Почтаның доставка бүлеге начальнигы Надежда Макарова ла үҙ хеҙмәткәрен тик яҡшы яҡтан ғына баһалай, уның белдереүенсә, халыҡты иң күп гәзит-журналға яҙҙырған кеше лә икән Мәрүәр ханым. Яҡташтар райондың «Көнгәк», «Путь Октября» гәзиттәренә үҙҙәре теләп яҙылһа, Рәсәй, республика кимәлендә баҫылғандарын уларға почтальон үҙе тәҡдим итә.

- Бөгөн кешеләр гәзит-журнал уҡыймы? - тип һорайым әңгәмәсемдән, бөгөнгө заман үҙгәрештәренә ишаралап.

Баҡһаң, уҡыйҙар икән. Хат ташыусының үҙен дә һәр йортта ҡунаҡ кеүек көтөп аллар, уның менән үҙ кисерештәрен бүлешкәндәр ҙә күп. Һуңғы йылдарҙа урамда берәҙәк эттәрҙең күбәйеүе, уларға бәйле күңелһеҙ хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп, һөйләшеүҙе шул яҡҡа борам.

- Эттән тешләнмәгән почтальон булмайҙыр ул, - ти ул, минең һорауыма яуап итеп. Уның үҙенә эттәр ике тапҡыр ташлана, ә шулай ҙа Мәрүәр Камил ҡыҙының эштән китергә тигән уйы булмай.

Ошондай кешеләрҙе күргәс, оҙаҡ йылдар буйы ауыр сумка күтәреп өйҙән-өйгә, ойошманан ойошмаға йөрөр өсөн һөнәреңде ни тиклем яратырға кәрәк икән дә ул тип уйлап ҡуяһың. Ә бит был өлкәлә күптәр сыҙамай, бер нисә көн эшләп ҡарап ташлап киткәндәр ҙә байтаҡ.

- Етәкселектән, эшләгән коллективымдан уңдым, - ти әңгәмәсем һәм уларҙың һәр ҡайһыһын маҡтап телгә ала.

Кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтҡан, улар араһын һағыныу хаттары менән бәйләп торған уңған яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ теләйек һәм уның еңел булмаған хеҙмәтен аңлап ҡабул итәйек.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: