Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2022, 12:35

Әбйәлил, Баймаҡ райондарында уҙғарылған “Ер ҡото” халыҡ фестиваленән халыҡ дауалаусылары бай тәъҫорат менән таралышты

Унда халыҡ медицинаһы вәкилдәре, табиптар, психологтар, психотерапевтар ҡатнашты. Фестивалдән яҡташыбыҙ, ҡала димселәр клубы етәксеһе Риф Бикбаев бай тәъҫораттар менән ҡайтҡан. 

 

 

Әбйәлил, Баймаҡ райондарында уҙғарылған  “Ер ҡото” халыҡ фестиваленән халыҡ дауалаусылары бай тәъҫорат менән таралышты. Унда халыҡ медицинаһы вәкилдәре, табиптар, психологтар, психотерапевтар ҡатнашты.

Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға һаҡланған, тапшырылып килгән һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу һәм  дауалауҙың башҡа төрҙәре көнкүрештә даими ҡулланыла. “Тәү маҡсат - ғилми, фәнни, медицина, халыҡ ижады яғынан да был институтты тергеҙеү, булғандарын һаҡлап алып ҡалыу, йәш быуынға еткереү. Һуңғы йылдарҙа үткергән киҙеү, санкция индереү химия туплаған дарыуҙарға мохтажлыҡ кисерергә юл ҡуйҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, импорттан ингән дарыуҙар юҡ, тиерлек. Ковидтан һуң социаль психологик реабилитациянан һуң һаулығын нығытыу, психологик , мораль яҡтан да уларҙың киләсәккә булған ышанысын, тормош көсөн әүҙемләштереп ебәреү өсөн был фестивалде уҙғарырға булдыҡ”. -  Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп сәләмләгәп сығыш яһаған.

Фестивалдән яҡташыбыҙ, ҡала димселәр клубы етәксеһе Риф Бикбаев бай тәъҫораттар менән ҡайтҡан. “Һөлөк һалыу, хиджама ҡуйыуҙың файҙаһын беләм, шуға ла ошо темалар мине ҡыҙыҡһындыра. Сығышы менән Учалы яҡтарынан булған, ә хәҙер Мәләүез ҡалаһында төпләнгән Фатима Ибәтуллинаның дауалау һөҙөмтәһен күрҙем. Ул эс күтәрә, ҡот ҡоя, мейе лә ултырта, һөлөк тә ҡуя”, - ти яҡташыбыҙ.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: