Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь , 10:20

Бәхетле йәшәр өсөн...

\Ғаилә тормошон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү менән шөғөлләнгән белгестәр түбәндәге төп ун ҡағиҙәгә таянырға кәңәш итә:   

Бәхетле йәшәр өсөн...
Бәхетле йәшәр өсөн...

Бәхетле тормоштоң ҡағиҙәләрен белеүселәр күп, бәхетле йәшәгәндәр генә һирәк, тигән һүҙҙәр бар. Йәшәйештең ташҡа баҫылған бер ниндәй ҙә ҡағиҙәһе юҡ, һәр кем ғүмер юлын үҙе белгәнсә үтә. Ә шулай ҙа ғаилә тормошон, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү менән шөғөлләнгән белгестәр түбәндәге төп ун ҡағиҙәгә таянырға кәңәш итә:   

  1. Ғаилә ағзалары өсөн уҡытыусы ролендә булмағыҙ, уларҙы үҙегеҙсә йәшәргә өйрәтмәгеҙ.
  2. Ирегеҙҙе һәм ҡатынығыҙҙы бөтә етешһеҙлектәре менән ҡабул итегеҙ, уларҙы үҙгәртергә тырышыу насар һөҙөмтәгә килтерәсәк.
  3. Яҡындарығыҙға үҙ фекерегеҙҙе көсләп таҡмағыҙ, улар һеҙҙеңсә уйларға тейеш түгел.
  4. Ир кеше - аҡыл, ә ҡатын-ҡыҙ йөрәк менән эш иткәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
  5. Ғаилә тормошоноң тыныслығы - ғәфү итә белеүҙә.
  6. Бер-берегеҙгә булған асыуҙы балаларҙан алыу - иң ҙур хата.
  7. Кәрәк урында бер-берегеҙҙе маҡтап алырға онотмағыҙ, кешегә дәрт һәм илһам өҫтәләсәк.
  8. Бергә йәшәүҙең иң мәкерле дошманы - үҙеңде генә яратыу.
  9. Балаларҙы ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте тәрбиәләй. Быны иҫтә тотоу мөһим.
  10. Һөйөү һәм ышаныс бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Ғаилә тормошонда улар икеһе лә бик кәрәк.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина