Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2022, 09:55

Ҡотлайбыҙ!

  Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты Декларацияһын ҡабул итеүҙең 32 йыллығы айҡанлы тантанала күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәт, ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнделәр:

 

Төҙөлөш өлкәһендә юғары һөнәри оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Республика көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән “Востокнефтезаводмонтаж” Мәләүез монтажлау фирмаһының айырымланған структур подразделениеһы баш инженеры Эдуард Гусев бүләкләнде.

 “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы сиктәрендә уҡыусылар өсөн һөнәри майҙансыҡтар ойоштороу һәм үткәреүҙә ҡатнашҡаны өсөн “Торлаҡ хужалығы идаралығы компанияһы” йәмғиәтенең слесарь-сантехнигы  Фәнис Бикташевҡа, Мәләүез индустриаль колледжы директоры урынбаҫары Руслан Мәҡсүтовҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт Хаты тапшырылды.

Мәғариф өлкәһендә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн “Сулпан” 19-сы балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Гөлнара Айытҡоловаға “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме бирелде.

Мәғариф өлкәһендә  намыҫлы хеҙмәте, ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф Министрлығының Маҡтау грамотаһына “Йәш техниктар”  өҫтәмә белем биреү учреждениеһы директоры Вәсил Исмәғилов лайыҡ булды.

Мәләүез районында ветерандар хәрәкәте үҫешенә тос өлөш индергәне һәм Башҡортостан Республикаһы көнө байрамы айҡанлы  Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың Рәхмәт хаты  Һуғыш балалары” йәмғиәте ойошмаһы председателе Ғәлиә Кәримоваға тапшырылды.”

Суд эшмәкәрлегендә юғары һөнәри оҫталыҡ һәм  Башҡортостан Республикаһы Көнө байрамы айҡанлы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың Рәхмәт хаты  Валерий Никифоровҡа тапшырылды.

Үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн һәм Башҡортостан Республикаһы Көнө байрамы айҡанлы иҫтәлекле сәғәт менән Юнармия штабы начальнигы Владислав Гнездилов  бүләкләнде.

Район һәм ҡаланың үҫешенә күп йыл фиҙаҡәр хеҙмәте һәм Башҡортостан Республикаһы көнө айҡанлы Мәләүез районы муниципаль районының Маҡтау грамотаһы менән “Мәләүез минераль ашламалар”  йәмғиәтенең бүлек начальнигы Фәрит Абайҙуллин, ҡаланың үҙәк дауаханаһы психологы Мәҙинә Евтушенко, Афғанстан ветерандары йәмәғәт ойошмаһы  ағзаһы Михаил Жураков,  “Һыра заводы” сауҙа йорто  ашханаһының өлкән ашнаҡсыһы Лариса Заһиҙуллина, Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар  заводы ветерандар ойошмаһы председателе Юрий Кадыгроб, “Һыра заводы” йәмғиәтенең һыра һәм кеүәҫ етештереү цехы  Елена Кожевников, Иштуған  ауыл советы биләмәһе депутаты Гөлназ  Солтанғолова, “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Илдус Йәғәфәров,  ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Аэлита Әхтәмова бүләкләнде

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: