Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 15:20

Күңел тыныслығын юғалтҡандар өсөн

Билдәле психиатр, невролог, яҙыусы Виктор Франклдың бик әһәмиәтле кәңәше бар.

Күңел тыныслығын юғалтҡандар өсөн
Күңел тыныслығын юғалтҡандар өсөн

Һуңғы ваҡытта күңелдәрҙе хафаланыу, ҡурҡыу кеүек кире тойғолар биләп алды. Кемдер тормошҡа булған ҡыҙыҡһыныуын юғалтты, күптәр ашауҙан һәм йоҡонан яҙҙы. Интернетта ла ҡыуаныслы яңылыҡҡа ҡарағанда күберәк насар хәбәр артты, донъя селтәрен асыу менән кешеләрҙең бер-береһен кәмһетеп яҙған комментарийҙарына юлығаһың, унда  хатта үҙ-ара таныш булмағандар ҙа бәхәскә инеп, әңгәмәсеһенә насар һүҙҙәр яуҙырып маташа. Бында кемделер ғәйепләп тә булмаған кеүек, күңел тыныслығын юғалтҡан халыҡ үҙ хафаһын һәм ризаһыҙлығын шул рәүешле белдерә. Бер осҡондан гөлтләп киткән ялҡын ише «ҡабынырға» торғандар өсөн яңылышыраҡ әйтелгән һүҙ ҙә бөгөн оло бәхәс өсөн сәбәп була ала. Белгестәр берәүҙе лә күрергә теләмәү, яңғыҙлыҡта ҡалыу, башты ҡомға йәшереү кеүек күренештәрҙән азат булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Улар мәғлүмәттән ҡасмаҫҡа, киреһенсә, донъя хәлдәре хаҡында хәбәрҙар булырға, үҙеңә ҡағылған яңылыҡтар менән әҙме-күпме таныш булырға өндәй. Тормош ысынбарлығын ҡабул итеү эске яҡтан нығырға булышлыҡ итә. Күңел тыныслығынан яҙҙырған, хафаға һалған хис-тойғоларҙы насар ғәҙәттәр ярҙамында «бикләргә» тырышып, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу ҙа яңылыш алымдарҙың береһе һанала. Билдәле психиатр, невролог, яҙыусы Виктор Франклдың бындай күренешкә ҡарата бик әһәмиәтле кәңәше бар. Концлагерҙа сағында эш менән мауыҡҡан,  кешеләр менән аралашҡан һәм тотҡондарҙың тормошон күҙәтеп, үҙе өсөн мөһим һығымталар яһаған врачтың күҙәтеүҙәре шуны күрһәткән: һәр ваҡыт хәүеф көтөп, боросолоп йәшәгәндәр үҙҙәренең сәләмәтлегенә зыян килтергән, хәл-ваҡиғаның тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә өмөт иткәндәрҙең һәм тормоштарының бер ҡасан да яҡшырмаясағына ышанғандарҙың  күңел торошо ла шәптән булмаған. Ауыр ваҡытты бары тик үҙҙәренә ниндәй ҙә булһа шөғөл табып, эш өҫтөндә үткәргәндәр генә еңеп сыға алған.

Кире тойғоларға бирелеп, үҙеңде юҡҡа сығармаҫ өсөн, тәү сиратта, әҙәм балаһынан ныҡлыҡ һәм көс талап ителә. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа белгестәр кешеләргә бер-береһенә яҡынайырға, туғандары, дуҫтары, таныштары менән йышыраҡ күрешергә, телефон аша түгел, ә йәнле аралашыу булдырырға саҡыра.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.        

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: