ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2023, 16:35

Уйынсыҡ ҡына түгел...

Һатыуға сығыу менән күптәрҙең яратҡан уйынсығына әйләнгән Барбиҙың балаға кире тәьҫире лә юҡ түгел. Үҫеп килгән ҡыҙҙы ваҡытынан алда «өлкәнәйтеп», уның аңында гүзәл зат тик Барби кеүек булырға тейеш тигән уйҙы нығыта һәм ҡупшыҡайға оҡшау теләген көсәйтә. Ҡыҙығыҙ үҙен ҡулындағы уйынсығы кеүек тота башлай икән, тимәк, уйланырға урын бар.

Уйынсыҡ ҡына түгел...
Уйынсыҡ ҡына түгел...

Һатыуға сығыу менән күптәрҙең яратҡан уйынсығына әйләнгән Барбиҙың балаға кире тәьҫире лә юҡ түгел. Үҫеп килгән ҡыҙҙы ваҡытынан алда «өлкәнәйтеп», уның аңында гүзәл зат тик Барби кеүек булырға тейеш тигән уйҙы нығыта һәм ҡупшыҡайға оҡшау теләген көсәйтә. Ҡыҙығыҙ үҙен ҡулындағы уйынсығы кеүек тота башлай икән, тимәк, уйланырға урын бар. Бала үҙенең тәбиғи булмышын ҡабул итеүҙән туҡтап, ата-әсәһенән ҡурсаҡтыҡы кеүек матур, ҡиммәтле кейем, биҙәнеү әйберҙәре таптыра, үҫә килә кәүҙәһен уныҡы ише һомғол тотоу өсөн төрлө диеталарға ултырып ябығырға тырыша, һуңғараҡ йөҙөн үҙгәртеү маҡсатында төрлө процедура яһатыу менән шөғөлләнә. Һәр ваҡыт зифа буйлы, шат йөҙлө ҡурсаҡ менән уйнап үҫкән баланың аңында ҡатын-ҡыҙ образы тап Барби аша һынлана. Ул уй уны ғүмере буйы оҙата барып, хатта тормошон селпәрәмә килтерергә лә мөмкин...

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 10-сы һанында уҡығыҙ.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: