Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март , 11:55

Балаға тәрбиә үҫкән ғаиләһендә һалына

Бөгөн  үҫмерҙәр тарафынан башҡарылған енәйәттәр һанын кәметеү   йәмғиәт алдындағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Тормош тәжрибәһе булмау сәбәпле уларҙың ҡатмарлы хәлгә тарыуы йыш күҙәтелә. Район-ҡалала күҙәтелгән күңелһеҙ күренештәр, уларҙы булдырмау саралары хаҡында район хакимиәтенең балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы секретары Айгөл МӘМБӘТОВА менән әңгәмәләштек.

Балаға тәрбиә үҫкән ғаиләһендә һалына
Балаға тәрбиә үҫкән ғаиләһендә һалына

Бөгөн  үҫмерҙәр тарафынан башҡарылған енәйәттәр һанын кәметеү   йәмғиәт алдындағы мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Тормош тәжрибәһе булмау сәбәпле уларҙың ҡатмарлы хәлгә тарыуы йыш күҙәтелә.

Район-ҡалала күҙәтелгән күңелһеҙ күренештәр, уларҙы булдырмау саралары хаҡында район хакимиәтенең балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы секретары Айгөл МӘМБӘТОВА менән әңгәмәләштек.

- Айгөл Ғәзиз ҡыҙы, беҙҙең район-ҡалала балиғ булмағандар тарафынан башҡарылған хоҡуҡ боҙоу осраҡтары күпме?

- 2022 йылда уҙған 23 комиссия ултырышында ҡаралған 463 осраҡтың 369-ы административ хоҡуҡ боҙоуға бәйле.

Балиғ булмағандарға ҡарата асылған 173 эштең 89-ы ла әлеге административ хоҡуҡ боҙоуға ҡайтып ҡала. Уларға алкоголь эсемлек һәм наркотик матдә ҡулланыу, тәмәке тартыу, урлашыу, водитель таныҡлығы булмаған көйөнсә транспорт сараһы менән идара итеү инә. Ата-әсәләрҙең балиғ булмаған балаларына автомобиль, скутер, мопед алып биргәндә, яуаплылыҡ хаҡында онотоуы, 14-16 йәшлек үҫмерҙәрҙең руль артына ултырыуы йыш ҡына күңелһеҙ осраҡтарға килтерә. Ошо урында мопед (М хоҡуҡ категорияһы) һәм мотоцикл (А1 хоҡуҡ категорияһы) менән 16, ә  автомобиль (В хоҡуҡ категорияһы) менән 18 йәштән идара итергә мөмкин икәнлеген иҫтә тотоу мөһим.

- Бәхетһеҙ осраҡты булдырмау өсөн саралар күреләме?

-  Әлбиттә. Ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) һәм үҫмерҙәргә ҡарата административ язанан тыш әңгәмә, иҫкәртеү буйынса иҫәпкә ҡуйыу, ведомство-ара профилактика эшен ойоштороу кеүек төрлө тәьҫир итеү саралары ҡулланыла.

- Үҫмерҙәрҙең хәүефле «мода»һына әйләнгән вейптар ҡулланыуы арта. Вейперҙар араһында бөгөн егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа бар. Был күренеш беҙҙә нисек?

- Эйе, «вейп», йәғни электрон тәмәке ҡулланыу осраҡтары өсөн ҡаралған яуаплылыҡ Федераль Закондың 12-се, «РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодекс»тың 6.24-се статьяларында ҡаралған. Бөгөн үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында киң таралған кальянды һәм электрон тәмәкене мәктәп, мәҙәни һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәгендә, ҡунаҡханала, балалар майҙансығында, лифтта, пляжда, йәмәғәт транспортында һәм башҡа кеше күпләп йөрөгән урындарҙа тартыу тыйыла. Кире осраҡта 16 йәшлек үҫмерҙәр үрҙә аталған РФ Кодексының 6.24-се, уларҙың ата-әсәләре 5.35-се статьялары буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Бындай күңелһеҙ хәлдәр, үкенескә күрә, беҙҙең районда ла күҙәтелә. Йәштәрҙең «вейп» тартыуын ҡала урамдарында ғына түгел, хатта мәктәптәрҙә лә күрергә мөмкин. Электрон тәмәке төтөнө менән ағыуланған үҫмерҙәрҙе үҙәк район дауаханаһына килтергән осраҡтар ҙа бар.

- Өлкәндәрҙең баланы иғтибарһыҙ ҡалдырыуы ла күңелһеҙ күренештәргә килтерә. Уны күҙ уңынан ысҡындырмауҙы талап иткән комендант сәғәте хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ...

- Эйе, ата-әсәләр комендант сәғәте тураһында онотмаһын ине. Балиғ булмағандарға 1 майҙан 30 сентябргә тиклем киске 11-ҙән иртәнге 6-ға, 1 октябрҙән 1 апрелгә тиклем киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ғаса йәмәғәт урындарында өлкәндәрҙән башҡа йөрөү тыйыла. Ололарҙың иғтибарынан ситтә булған үҫмер буш ваҡытын интернетта үткәреү сәбәпле, төрлө тыйылған сайттарға эләгеп, уларҙың кире йоғонтоһона бирелә, тормошҡа ҡарашы үҙгәрә. Уҡыусы баланың белем биреү учреждениеһының Уставын боҙоп, дәрескә йөрөмәгән осраҡтары өсөн дә законлы вәкилдәр ҡануниәт буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уҙған йылда районда ғаиләлә тейешле тәрбиә алмаған, ата-әсә иғтибары һәм һөйөүе етмәгән, буш ваҡыты күп булған 16 үҫмер тарафынан урлашыу, мутлашыу, транспорт сараһын ҡыуып алып китеү, талау кеүек бөтәһе 21 енәйәт осрағы теркәлгән.

- Хоҡуҡ боҙоу осраҡтары балиғ булмағандар ҡатнашлығында ғына түгел, уларға ҡарата ла ҡылына бит әле. Беҙҙең район-ҡалала хәлдәр нисегерәк?

- Уҙған йылға байҡау яһап, шуны әйтергә мөмкин: 2022 йылда беҙҙә бөтәһе 56 күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Улар исемлеген балаға ҡул күтәреү, уға алимент түләмәү, енси хоҡуғын боҙоу күренештәре тулыландыра. Үҫеп килеүсе граждандарға тейешле кимәлдә белем һәм тәрбиә бирмәү, уңайлы шарттар менән тәьмин итмәү, һаулығы хаҡында хәстәрлек күрмәү административ яуаплылыҡҡа килтерә.

Уҙған йылда район-ҡалала «РФ Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында Кодекс»тың 5.35-се статьяһы буйынса үҙ бурысын тейешле кимәлдә үтәмәгән өсөн бөтәһе 225 ата-әсә яуаплылыҡҡа тарттырылған. Законлы вәкилдәргә ҡарата административ яза һәм иҫкәртеү саралары ҡаралған.

- Ата-әсәләргә әйтер һүҙегеҙ, еткерер теләктәрегеҙ ниндәй?

- Балаға тәрбиә ғаиләлә һалына, киләсәктә уның ниндәй кеше булыуына ата-әсәнең үҙ-ара мөнәсәбәте лә ҙур роль уйнай. Өлкәндәргә мөрәжәғәт итеп, уларҙы үҫеп килеүсе быуынға ҡарата иғтибарлы булырға, баланың күңел кисерештәрен аңлап ҡабул итергә, йышыраҡ интернет хәүефһеҙлеге, енси тәрбиә, енәйәт яуаплылығы тураһында әңгәмәләшергә, мохтаж сағында кәрәкле кәңәш биреп, үҙ-ара дуҫтарса йылы мөнәсәбәт булдырырға саҡырам. Бары шул осраҡта ғына һау-сәләмәт һәм бәхетле быуын үҫтерәсәкбеҙ.

- Әңгәмә өсөн рәхмәт! Киләсәктә күңелһеҙ күренештәрҙең мөмкин тиклем аҙыраҡ булыуын теләйек!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әңгәмәләште.

Автор фотоһы.                

Автор:Лена Хайруллина