Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Әнистең (укроп) беҙ белмәгән үҙенсәлектәре

Орлоғонан ҡойолоп, тегендә-бында әнис баҡсамда үҫә. Йолҡоп ташлаһаң да, киптерергә элһәң дә йәл һымаҡ. Белгегеҙ килһә, ул - бик күп сирҙәрҙән дауа.Унан үлән төнәтмәһе юғары ҡан баҫымынан интеккән кешеләргә яҡшы. Бының өсөн бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнаған һыу һалып, 15-20 минут төнәтеп һөҙөргә кәрәк. Стакандағы төнәтмәне көн дауамында өскә бүлеп, ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Әлеге төнәтмә йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә, тынысландыра.Әнис ашҡаҙан ауыртҡанда, аппетитты яҡшыртыу өсөн, тын ҡыҫылыуҙан һәм тын юлдары сиренән дә файҙалы. Был осраҡта уның орлоғоноң онтағы рәүешендә лә, төнәтмә яһап та файҙаланалар. Бер өлөш әнискә 10 өлөш һыу кәрәк. Бындай төнәтмә бәүел ҡыуҙырыу өсөн дә яҡшы. Әнис орлоғо ҡаҡырыҡ сығара, үт бүленеп сығыуҙы көсәйтә, ашҡаҙа-эсәк, бауыр, атеросклероз сирҙәренән ярҙам итеүсе сара булараҡ та файҙаланалар. Уның өсөн бер аш ҡалағы әнис орлоғона бер стакан ҡайнаған һыу һалып, һыуынғансы төнәтергә кәрәк. Көнөнә өс мәртәбә берәр аш ҡалағы күләмендә эсергә.

Орлоғонан ҡойолоп, тегендә-бында әнис баҡсамда үҫә. Йолҡоп ташлаһаң да, киптерергә элһәң дә йәл һымаҡ. Белгегеҙ килһә, ул - бик күп сирҙәрҙән дауа.
Унан үлән төнәтмәһе юғары ҡан баҫымынан интеккән кешеләргә яҡшы. Бының өсөн бер аш ҡалағы киптереп ваҡланған үләнгә бер стакан ҡайнаған һыу һалып, 15-20 минут төнәтеп һөҙөргә кәрәк. Стакандағы төнәтмәне көн дауамында өскә бүлеп, ашарҙан ярты сәғәт алдан эсергә кәрәк. Әлеге төнәтмә йоҡоһоҙлоҡтан да ярҙам итә, тынысландыра.
Әнис ашҡаҙан ауыртҡанда, аппетитты яҡшыртыу өсөн, тын ҡыҫылыуҙан һәм тын юлдары сиренән дә файҙалы. Был осраҡта уның орлоғоноң онтағы рәүешендә лә, төнәтмә яһап та файҙаланалар. Бер өлөш әнискә 10 өлөш һыу кәрәк. Бындай төнәтмә бәүел ҡыуҙырыу өсөн дә яҡшы. Әнис орлоғо ҡаҡырыҡ сығара, үт бүленеп сығыуҙы көсәйтә, ашҡаҙа-эсәк, бауыр, атеросклероз сирҙәренән ярҙам итеүсе сара булараҡ та файҙаланалар. Уның өсөн бер аш ҡалағы әнис орлоғона бер стакан ҡайнаған һыу һалып, һыуынғансы төнәтергә кәрәк. Көнөнә өс мәртәбә берәр аш ҡалағы күләмендә эсергә.
Әнис күңел болғанғанда ла яҡшы. Шәкәр диабеты менән сирлеләргә файҙалы. Сөнки диабет үҙәк нервы системаһын, йөрәк, бөйөр, бауыр, күҙ, аяҡты заралай. Әәнис тән ағзаларындағы патологик процестарҙы тотҡарлай, инвалидлыҡты киҫәтә.
Күҙ ауырыуҙары булғанда, салфетканы укроп төнәтмәһендә сылатып, 20 көн дауамында көн һайын 20 минутҡа күҙҙәргә һалырға. Уның өсөн төнәтмә бер аш ҡалағы орлоҡҡабер стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, ярты сәғәттән төнәтеп һөҙөргә кәрәк.
Әнис төнәтмәһен эсеү сабый имеҙгән әсәләрҙең һөтөн арттырыуға ла булышлыҡ итә.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: