Конгэк
+15 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йорт усағы
3 Июль , 16:24

Һандарҙың нимә аңлатыуын беләһеңме?

Нумерология буйынса, һандар холоҡҡа ғына түгел, ваҡиғаларға ла йоғонто яһай икән.

Нумерология буйынса, һандар холоҡҡа ғына түгел, ваҡиғаларға ла йоғонто яһай. Бәлки, нәҡ һинең телефон һаның уңышҡа юл асалыр. Әйҙәгеҙ, иҫәпләп ҡарайыҡ әле.
Быны белер өсөн ундағы бөтә һандарҙы ҡушырға кәрәк. Мәҫәлән, 8-9613664108, 8 + 9 + 6 + 1 + 3 + 6 + 6 + 4 + 1 + 0 +8 =52. 5+2=7
Һандарҙың мәғәнәһе:
  1. Бик көслө һан, көс-ҡеүәтте арттыра, башҡаларға йоғонто яһарға ярҙам итә. Был эшҡыуарҙар, карьера эшләүселәр өсөн һәйбәт. Тик үҙенең икенсе яртыһын эҙләгәндәр өсөн бик уңышлы түгел.
  2. Уй-хыялға бирелеүселәргә, үҙенең мөхәббәтен осратырға теләгәндәр өсөн тура килә. Изгелекте, оҫталыҡты арттыра, хеҙмәттәшлеккә көйләй. Көслө, үҙ-үҙенә ышанғандар өсөн яҡшы.
  3. Был һан ижад һәм күңел асыу тураһында һөйләй, яҙыусыларға йәки ижадҡа бәйле кешеләргә, артистар, музыканттар һәм йәштәр өсөн ҡулай. Ул үҙенсәлеклек бирә, киң танылыу яуларға ярҙам итә.
  4. Һан тотороҡлоҡ, ышаныс билдәһе, шуға банк ойошмалары, адвокат конторалары һәм башҡа ошоға оҡшаш фирмаларҙа эш урынындағыларға өсөн тура килә. Ҙур ғаиләлеләргә һайларға мөмкин.
  5. Мажаралар, үҙгәрештәр алып килеүсе һан. Ирек, сәйәхәт итергә яратҡандар, үҙе өсөн генә йәшәгәндәргә бик ҡулай. Улар тәртипле, тик яуаплылыҡ тойғоһо ғына бик еңелсә.
  6. Ғаиләлеләр өсөн бик һәйбәт һан. Йылылыҡ килтерә, хәстәрлек һәм һаҡлауҙы көсәйтә, дуҫлыҡты нығыта. Эшҡыуарҙар өсөн дә шәп. Тик икенсе яртыһын эҙләнгәндәргә тура килмәй.
  7. Бик көслө һәм серле һан. Бигерәк тә уҡыусыларға һәм аҡыллы кешеләргә килешә. Эске хәл-торошҡа ыңғай тәьҫир итә, тотороҡлоҡ бирә, баҫалҡылыҡ өҫтәй.
  8. Аҡсаны йәлеп иткәнгә һәм партнёрҙарҙың ышанысын арттырғанға эшҡыуарҙар өсөн бик уңышлы һан. Амбициялы кешеләргә лә ярай Тик шәхсән үҫешен көйләгәндәр өсөн бик уңышлы түгел.
  9. Ысынбарлыҡты идеаллаштырыу һәм йәлләү – был һандың төп билдәләре. Шуға был һанды хәйриә йәки медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һайлай ала. Тик сәләмәтлеге менән проблемалары булғандарға, финанс хәлен яҡшыртырға теләгәндәргә бигүк тура килмәй.
  10. Автор:Мархаба Гайнетдинова