Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Еләк бәлеше

Уны бешереү өсөн бер стакан манный ярмаһы, бер стакан кефир, өс йомортҡа, бер стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май, 300 грамм емеш-еләк, бер стакан он, шәкәр пудраһы кәрәк буласаҡ.

Уны бешереү өсөн бер стакан манный ярмаһы, бер стакан кефир, өс йомортҡа, бер стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май, 300 грамм емеш-еләк, бер стакан он, шәкәр пудраһы кәрәк буласаҡ. Башта кефир менән манный ярмаһын бутайбыҙ. Айырым һауытта йомортҡаға аҡ май, шәкәр, ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель), он ҡушып миксер менән туғыйбыҙ ҙа ҡатнашмаға өҫтәйбеҙ. Артабан емеш-еләк ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, 45 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Бәлешле сәйегеҙ тәмле булһын!
Рецепт Рисаля Юмагулованан.
Фото интернеттан.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: