Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Һыйлы көнөң - һыйырҙа

Әле һөттөң мул сағы. Унан да төрлө ризыҡ эшләргә, ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуйырға ла була.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра. Ялҡауланмаһаң, миҙгел тамамланғансы, йыл буйына етерлек аҙыҡты һис шикһеҙ әҙерләргә мөмкин. Әле һөттөң мул сағы. Унан да төрлө ризыҡ эшләргә, ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуйырға ла була.
Сыр
Эремсектән яһалған сыр магазинда һатылған хохланд сырына оҡшаған. Уның рецебы:
1 кг эремсек, 2 йомортка, 1 аш ҡалағы сода, 1 аш ҡалағы тоҙ (сода менән тоҙҙо аҙыраҡ һалырға ла була).
Йомортҡаны туҡып тоҙ, сода ҡушып эремсеккә ҡушып бутайбыҙ.
Һыу парында (водяная баня) 10-15 минут бер туҡтауһыҙ бутап тороп бешерәбеҙ. Масса һуҙылып торған рәүешкә инергә тейеш. Эҫе көйөнсә һауыттарға һалып һыуытабыҙ.
Һөҙмә
Уны һауым һөттән дә, айыртылғанынан да яһайҙар. Һауым һөттән ҡуйыраҡ, тәмлерәк килеп сыға.
Һөҙмә эшләү өсөн һөттө йылы урынға ултыртып ҡуялар, ул 5-6 сәғәттән ойотҡоға әйләнә. Уны махсус тегелгән тоҡсайға һалып, еләҫ урынға элеп һарҡытырға. Әҙер һөҙмәгә тоҙ, борос ҡушып баҫып алырға кәрәк. Уға йәшел тәмләткестәр ҙә өҫтәргә мөмкин. Өҫтөнә яңы айыртылған ҡаймаҡ, бал һалып йәки шәкәр һибеп сәйгә ҡушып эсеү өсөн дә бик тәмле.
Ярмаланып торған һөҙмә эшләр өсөн ойотҡанды талғын утта тотоп алырға мөмкин. Уны ҡышҡылыҡҡа һыуытҡыста туңдырып алып ҡалырға ла була.
Күбекмай
Уны эшләү өсөн 12-15 литр ҡатыҡ кәрәк. Бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ҡатыҡ һалып 8-10 сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Ҡаймаҡты һирәкләп булһа ла болғатып торорға кәрәк, уға әскелтем тәм инергә тейеш. Ҡатыҡты ағас көбөгә һалып, туҡыйбыҙ, уға ҡаймаҡты ҡоябыҙ ҙа болғатабыҙ. Бешкәк менән бешһәң, тағы ла һәйбәтерәк.
Май төшһә, ул көбө ситенә йәбешә башлай. Шул саҡта етеҙ хәрәкәттәр менән тағы ла тиҙерәк бешергә кәрәк. Килеп сыҡҡан массаны, айранынан айырып, һоҫоп алырға ҡала.
Күбекмай башҡаларынан еңел үҙләштерелеүе менән айырылып тора. Уның айраны ла бик тәмле. Ул бигерәк тә ашҡаҙан ауырыуы менән яфаланғандарға файҙалы.
Автор фотоһы.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: