ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Көлөшөп алайыҡ әле

Һәр ҡатын-ҡыҙҙың шифоньерында “Кейергә бер нәмәм дә юҡ!” тигән йән эйәһе йәшәй.

*Буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй:
– Ҡарале, етте тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйла: беҙ бит вагон-ресторанда!!!
*Японияла бурҙарҙы тота торған робот уйлап сығарғандар.
- Японияла 5 минут эсендә 100 бурҙы тотҡан.
- Америкала 5 минутта 200 бурҙы тотҡан.
- Ә Рәсәйҙә 5 минут эсендә кемдер роботты урлаған.
*Уҡытыусы:
- Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
- Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…
*Ҡатыны - иренә:
- Әйҙә, бутҡа ашарға ултыр.
- Һин бая аш бешерә инең түгелме һуң?
- Бөтәһен дә күреп йөрөмә, алдыңа нимә ҡуйғанмын - шуны аша!
*Идеаль ҡатын менән идеаль ир һөйләшә:
- Бәғерем, бар, дуҫтарың менән балыҡҡа барып ҡайт.
- Күҙ нурым, иҙәнде йыуып бөтмәнем әле!
*- Ниңә зонтик тотоп йөрөйһөң ул?
- Ямғыр яуа ҡалһа?!
- Бина эсендә ямғырҙан ҡурҡҡан кешене беренсегә күрәмсе!..
- Ә мин ҡурҡмайым, минең зонтигым бар!
*Рәсәйгә Ахырзаман килеп, елкәһен тырнай-тырнай ҡарап торған да:
- Мин бында булғанмын, - тип ары китеп барған.
*Бер ир яҡын дуҫына һөйләй:
– Бисәнең һүҙе артынан ҡотороп эсеүҙе, тәмәкеһен дә ташланым. Кәрт тә уйнамайым хәҙер!
– Һай афариин! Тимәк, ҡатының хәҙер бәхет тигәненә төрөнөп кенә йәшәп ята инде!
– Юҡтыр ул... Әрләргә тип ауыҙын аса ла, нисек асҡан - шул урынында ҡата ла ҡуя. Әйтер һүҙ юҡ бит инде хәҙер, юҡ!
*- Үҫеп кенә алайым әле һеҙҙән аҡса һорап та тормаҫ инем!
- Улым, һиңә бит уже 30 йәш...
*Уҡытыусы:
- Диктантың шыр хата! Нисек улай хаталы яҙырға мөмкин?!
Уҡыусы:
- Ә ул диктантты кем яҙҙырҙы һуң, ә?!
*Юл аша сыҡҡанда светофорға түгел, машиналарға ҡарағыҙ. Әлегә тиклем бер кемдең дә светофорҙан тапалғаны юҡ.
*ДПС инспекторҙарының ҡылыҡтары эт менән бер. Киҫкен хәрәкәтте яратмайҙар, эскән кешегә ташланалар, ҡурҡҡан кешене әллә ҡайҙан һиҙәләр.
*- Алло, мин бөгөн эшкә килә алмайым, машинам боҙолдо.
- Автобус менән кил һуң!
- Минең автобусым юҡ бит.
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: